Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙе атлай алмай

Өфөлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары 200 килограмм ауырлыҡтағы ирҙе фатирынан сығарған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс ярҙам бригадаһы ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ауыр сирлене Комаров урамындағы торлаҡ йорттан күсерергә кәрәк була. “52 йәшлек ирҙе ашығыс рәүештә дауаханаға алып барырға кәрәк булған, ләкин ул үҙаллы йөрөй алмаған, сөнки 200 килограмдан ашыу ауырлыҡта. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары менән берлектә носилкала ултырған ирҙе икенсе ҡаттан төшөргәндәр һәм тиҙ ярҙам машинаһына илтеп ҡуйғандар”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының видеоһынан скриншот.