2024 йылдың ғинуарынан июль айына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрына психиатрия буйынса эшмәкәрлеккә тәү тапҡыр лицензия алған яңы өс медицина ойошмаһы өҫтәлде.Шулай итеп, бындай ойошмалар һаны 270-кә етте. – Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса беҙ төрлө сараларҙы тормошҡа ашырабыҙ: лицензия алырға теләүселәргә һәм лицензиаттарға консультация ойошторабыҙ, теркәлергә һәм Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталына мәғлүмәт индерергә ярҙам итәбеҙ. Уңайлылыҡ өсөн “ҡыҙыу линия” эшләй. Шулай уҡ лицензия буйынса хеҙмәттәр алыуға дәүләт пошлинаһы түләүгә мораторий оҙайтылды, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Һуңғы осорҙа илдә психотерапияға ҡыҙыҡһыныу артты. Уның теорияларын һәм ысулдарын өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр күбәйҙе, белгестәрҙе әҙерләү сифаты яҡшырҙы, психотерпия хеҙмәте моделдәре камилләшә бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.