Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ирандың ЮНЕСКО ҡарамағындағы “Кешм утрауы” глобаль геопаркы селтәрле белем биреү һәм үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумдар хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйып хеҙмәттәшлек тураһында ниәттәрен раҫланы. Документтарға вуз-ара кампуста Ирандың Милли геопарктар селтәре рәйесе, ЮНЕСКО-ның “Кешм утрауы” геаопаркының ғилми координаторы Алиреза Амриказеми һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаровтың осрашыуы мәлендә ҡул ҡуйылды. Яҡтар селтәрле белем биреү программаһын эшләтеп ебәреү тураһында килеште. Киләһе йылда “Менеджмент” һәм “Экология” йүнәлештәре буйынса бакалавриат программаһы буйынса инглиз телендә 25 студентты уҡыта башлаясаҡтар. Осрашыуҙың һөҙөмтәләрен барлап, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров университетта “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы” “Яңы экобиләмәләр үҫешенең ESG-моделдәре” проектының тормошҡа ашырылыуын билдәләне. - Өфө университетында дисциплина-ара коллектив булдырылды. Ул юғары уҡыу йорттары, власть органдары партнерлығында, индустриаль партнерҙар менән ESG проекцияһында комплекслы ғилми тикшеререүҙәр үткәрә. ЮНЕСКО-ның профиль кафедраһын булдырыу өсөн байтаҡ көс һалдыҡ, ул геопарк белгестәренең компетенция үҙәгенә әүереләсәк. Геопарктарҙы тикшереү өлкәһендә эшләү беҙҙең өсөн илдең башҡа төбәктәре һәм сит ил партнерҙары менән бәйләнеш булдырыу ысулы булып тора. Ҡул ҡуйылған документтар ғилми тикшеренеү өлкәһендә беҙҙең ойошмаларҙың артабанғы хеҙмәттәшлеге өсөн яҡшы билдә булып тора, –тине. Ирандың Милли геопарктар селтәре етәксеһе Алиреза Амриказеми Башҡортостан һәм Иран ғалимдарының геопарктарҙы үҫтереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген дә билдәләне. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.