Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы перинаталь үҙәгендә көн дә яңы бер кеше донъяға ауаз һала. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн көрәшкән, йәшәү бәхетен бүләк иткән медицина хеҙмәткәрҙәре араһында Башҡортостан табиптары ла бар. Урындағы халыҡ уларҙы “аҡ халатлы фәрештәләр” тип йөрөтә. Табип-анестезиолог-реаниматолог Рөстәм Әмир улы Низамов та Красный Лучта пациенттарҙы ҡабул иткән, хеҙмәт вахтаһының мөҙҙәтен тултырған. - Бер ваҡыт беҙгә ауыр хәлдә булған йөклө ҡатын килде. Ашығыс рәүештә уға Кесарь киҫеүе операцияһын эшләнек, - тип һөйләне Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч күп профилле дауаханаһының “Перинаталь үҙәге”ндә табип-анестезиолог-реаниматолог булған Рөстәм Низамов. Рөстәм Әмир улы әйтеүенсә, улар был төбәктәрҙәге хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп тетрәнгәндәр. Бындағы табиптар көн тимәй, төн тимәй эшләй, кешеләргә ярҙам итә. Уларҙың, ысын мәғәнәһендә, ялы ла, үҙҙәре өсөн ваҡыты ла юҡ. “Урындағы табиптарҙың үҙ эшенә шул тиклем тоғро булыуына, фиҙакәрлегенә һоҡландыҡ, иҫебеҙ китте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам иттек, эштәрен еңелләштерергә тырыштыҡ”, - ти ул. Рөстәм Низамов операциялар эшләүҙә ҡатнашҡан, реанимация ярҙамы күрһәткән, ауырыуҙарға интенсив терапия үткәргән. Уның менән бергә Красный Лучта халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән Рамир Мингазов Республика перинаталь үҙәгендә һигеҙ йыл табип-анестизиолог-реаниматолог булып эшләй, сығышы менән Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылынан. Рамир Илһам улы эшләгән медицина ойошмаһынан, шулай уҡ Красный Лучта медицина ярҙамы күрһәткән табип-анестизиолог-реаниматологтар Альберт Хәмитов һәм Евгений Тенин Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында эшләй. Рөстәм Низамов фотолары.