Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы Өфө юридик институтын тамамлаусыларҙы ҡотланы

1 августа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында эске эштәр органдары белгестәренең 50-се юбилей сығарылышына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе сығарылыш студенттарын институтты тамамлауҙары менән ҡотланы һәм уҡыу алдынғыларына ҡыҙыл дипломдар тапшырҙы. – Институт бай тарихы менән билдәле. Ул енәйәтселеккә ҡаршы көрәшселәрҙе, хоҡуҡ һаҡлау органдарының компетентлы хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙең данлыҡлы традицияларын дауам итә, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Өфө юридик институтын тамамлаусыларҙың һөнәри оҫталығы иң юғары баһаларға лайыҡ. Башҡортостан Башлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тәрбиәләнеүселәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын, һәр төрлө эш участкаларында ла лайыҡлы хеҙмәт итеүен билдәләне. 2024 йылда уҡыу йорто 204 йәш офицер әҙерләгән, шуларҙың 114-е хеҙмәтен республикабыҙҙа дауам итәсәк, ә 90 белгес Рәсәйҙең 26 башҡа төбәгенә юллана. Быйыл институтты ҡыҙыл диплом менән 21 кеше тамамлаған. Улар араһында полиция лейтенанты Диана Абзбаева ла бар. Уға төбәк етәксеһе Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында юғары белем биреүҙе ойоштороуҙы яҡшы тамамлағаны өсөн иҫтәлекле алтын миҙал тапшырҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостандың почет грамотаһына енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы начальнигы, полиция полковнигы Ирина Диваева менән ут һәм тактик-махсус әҙерлек кафедраһы начальнигы, полиция полковнигы Антон Романов лайыҡ булды. Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Владимир Кубышко Өфө юридик институтының юбилей сығарылышы хөрмәтенә ҡотлау телеграммаһы ебәргән. «Сығарылыш студенттарын уҡыу йортон тамамлауҙары менән ҡотлайым. Һеҙгә Рәсәй полицияһына йөкмәтелгән ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк. Ил етәкселеге һәм министрлыҡ һәр берегеҙҙең, намыҫлы хеҙмәт итеп, дөйөм еңеүгә шәхси өлөш индереүегеҙгә иҫәп тота. Һеҙ офицер погондарығыҙҙы ғорурланып тағырһығыҙ һәм иң яҡшы профессиональ традицияларға тоғро ҡалырһығыҙ, тип ышанам», – тиелә сәләмләү хатында. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Виорел Флоча үҙ сығышында уҡыу йортоноң ошо осорҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн 25 меңдән ашыу белгес әҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Ныҡыш, ғәҙел һәм ҡыйыу булығыҙ. Һәр ваҡыт бурысығыҙға һәм антығыҙға тоғро ҡалығыҙ. Уҡыу йорто менән ғорурланығыҙ һәм институтта нигеҙ һалынған дуҫлыҡты ҡәҙерләгеҙ, – тине Виорел Флоча. – Уҡытыусылар һәм командирҙар составына педагогик оҫталығығыҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәтегеҙ, полиция хеҙмәткәрҙәренең йәш быуынын ысын патриоттар һәм еңеүсе халыҡ традицияларын лайыҡлы дауам итеүселәр итеп тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыу йортон тамамлаусыларға үҙ теләктәрен Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм республика буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко ла еткерҙе. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы саранан тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Өфө институты – эске эштәр министрлығы системаһындағы алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Бында көслө профессорҙар составы эшләй, иҫ киткес традициялар һаҡлана. Был уҡыу йортон тамамлаусы йәштәрҙең күбеһе республикабыҙҙың хоҡуҡ һаҡлау структураларына эшкә барасаҡ. Әлбиттә, уңыштар теләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла алда, биш йыл эсендә яҡшы тормош мәктәбен үттеләр, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Совет майҙанында дипломдар тапшырыу йолаһын тергеҙеү бик яҡшы. Был йәштәрҙең күңелдәрендә ғүмер буйына һаҡланасаҡ. Сығанаҡ һәм фото: БР Башлығы сайты.