Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡалар уйлай, ә беҙ улар уйлағансы эшләйбеҙ"

“Башҡортостан” гәзите мөхәрририәтендә – хеҙмәттәшебеҙ, яугир-журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, әлеге мәлдә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән Рафиҡ Әхмәтшин менән йылы, дуҫтарса осрашыу булды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Яңылыҡтар” хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Үзбәк улы Әхмәтшин былтыр декабрҙә үҙ теләге менән махсус операция биләмәһенә юлланды. Ул быға тиклем дә, хәбәрсе булараҡ, күп тапҡыр Донбасста булып ҡайтты, үҙ теләге менән илебеҙгә ҡушылған төбәктәрҙең тормошон яҡтыртты, данлыҡлы генерал Шайморатов исемен мәңгеләштереүгә күп өлөш индерҙе. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған саҡта “Егет кешенең һүҙе менән эштәре тап килергә тейеш. 2020 йылдан бирле Донбасс юлын тапайым һәм әлеге ваҡытта үҙемде махсус хәрби операция биләмәһендә кәрәкле кеше итеп тойҙом һәм тоям. Илемә, республикама һәм халҡыма файҙам тейер, тип уйлайым. Шуның өсөн дә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланам”, – тип белдергәйне батыр йөрәкле журналист. Был осрашыу ваҡытында ла ул бындай ҡарарға килгәненә һис тә үкенмәүен белдерҙе. – Башҡалар уйлай, ә беҙ, улар уйлағансы, эшләйбеҙ, – тине Рафиҡ Әхмәтшин. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов ышаныслы, абруйлы журналист, өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай булған Рафиҡ Үзбәк улына яҡшы хеҙмәт итеүен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, киләсәктә лә ҡыйыу репортаждары менән республика халҡын ҡыуандырыуын теләп, “Башҡортостан” гәзите коллективы исеменән бүләк тапшырҙы. Рафиҡ Әхмәтшин махсус хәрби операцияла “Журналист” позывнойы аҫтында йөрөй. Яугир хеҙмәттәшебеҙ тураһында беҙҙең гәзиттә мәҡәлә донъя күрәсәк. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА, Рәмилә МУСИНА фотолары.