Динис БҮЛӘКОВ – (18 май 1944 йыл — 14 март 1995 йыл) яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған.
Инеш һүҙ урынына
Ҡәҙерле йәш уҡыусым! Әле һиңә һөйләйәсәк ғибрәтле ваҡиғаларҙың береһе лә уйлап сығарылманы, улар инде бына ҡырҡ йылға яҡын минең йөрәгемде бешереп килә. Хәйер, бешереп кенәме һуң?.. Алты йәше яңы тулып етеһенә сыҡҡан Ирмәк исемле үҙе лә бик ирмәк малайҙың бәләкәс кенә күкрәгенә һыйған ҡайғыһын күҙ алдына килтергән һайын, тетрәнмәй булдыра алмайым. Ошо йәштә лә була икән түҙемле ирҙәр!
Ирмәк тыуып үҫкән Өсөйлө ауылы инде ер йөҙөндә бөтөнләй юҡ. Баҡһаң, кешеләр генә түгел, ауылдар ҙа үлә икән. Өсөйлө тигәс тә, йорто өсәү генә булған икән тип уйлай күрмә тағы, бер осонан икенсе осонаса тыны ҡурылғанса Ирмәк сабып үтерлек бынамын тигән урамы ла бар ине уның, бер түгел, хатта ике тыҡрығы үҙенә саҡырып тора торғайны. Тик бына көндәрҙең береһендә әллә ҡайҙарҙан әллә ниндәй апай-ағайҙар килде. Ирмәк менән уның әсәһенән генә түгел, ауылдағы инәй-олатайҙарҙан да һорап тормайынса:
– Ауылығыҙ бөтә, теләгән башҡа ергә күсеп китегеҙ, бына юғарынан документ, – тип ҡағыҙ күрһәттеләр.
Нисек үҙеңдең тыуып үҫкән ереңде ташлап китәһең? Быны Ирмәк һис кенә лә башына һыйҙыра алманы. Өсөйлөнө оҙаҡламай тараттылар. Ауыл өҫтөн, һыуһаҡлағыс төҙөп, диңгеҙ менән ҡапланылар. Тик былайтып ҡына Ирмәктең йөрәгендә уйылып ҡалған ҡайғыны юйып ырғытып булмай икән шул. Ҡайғыны һыу ҙа баҫа алмай. Буйҙарында Ирмәк аунап үҫкән Аҡнөгөш тураһында һөйләп тә тормайым.
Сөм ярҙары уның хәтфә ҡамыш, аралаш күрән, томбойоҡ япраҡтары, улар араһынан «беҙ бында!» тип әллә ҡайҙан ҡысҡырышып ултырған екән-туҙғанаҡтар менән ҡайылған булыр.
Ирмәк күңеленә бында барыһы ла хуш килә, уға бында һәр ҡыуаҡ, һәр ағас, һәр оло таш таныш. Малай уларҙың һәр береһен һыйпап-яратып үткән. Аҡнөгөш һыуында сабаҡ һымаҡ йөҙгән, унан сыҡҡас, гәрәбәләй эре һап-һары ҡомонда туйғансы ҡыҙынған, кәрәк икән, ялан тәпәй ҡырсынташтар буйлап саҡрымдарса йүгереп уйнай алған. Уйнауын уйнау, әммә яңғыҙына бик күңелһеҙ шул...
Хәйер, ниңә әле мин быларҙы һиңә һөйләйем? Был ваҡиғалар унһыҙ ҙа күҙ алдында теҙелеп китергә тора түгелме? Саҡ ҡына сабыр итәйек, йәш уҡыусым. Мин әле бөтөнләй икенсе нәмә тураһында бәйән итергә уйлағайным...
Ә ул былай булды: бер кис үҫеп буй еткергән, йәғни йәше ун дүрткә еткән, ҡыҙым Зөһрә менән икәүҙән-икәү генә ултырып телевизор ҡарай инек. Дөрөҫөрәге, мин зәңгәр экранға төбәлгәнмен, ә Зөһрә, ғәҙәтенсә (был ваҡытта ул дәрестәрен ҡарап бөткән була), бәйләм бәйләй, шул уҡ ваҡытта һирәк-мирәк телевизорға ла күҙ ташлап алырға онотмай. Быныһы инде уның әсәһенән отоп алған ғәҙәте. Йәнәһе, миңә иптәш тә була, үҙенең эшен дә эшләй, етмәһә, юҡ-юҡ та һүҙ ҡушып та өлгөрә. Мин дә уға, хәлемдән килгәнсә, яуап биреп ултырған булам.
...Экрандан 1937–1938 йылдарҙағы төрмәләрҙең береһен күрһәтәләр...
Документаль кадрҙар. Бына һис ғәйепһеҙгә халыҡ дошманы итеп иғлан ителгән бер ҡарт профессор, инде артыҡ түҙергә әмәлдәре ҡалмайынса, сәнскеле тимер сым менән сырматылған ҡоймаға – тыйылған зонаға йүгерә. Ҡоймаға яҡын бара – биш-ун метр яҫылыҡтағы һөрөлгән ер. Әсир шул ҡара таҫмаға аяҡ баҫыу менән артынан мылтыҡ шартлаясағын белә. Шулай ҙа йүгерә. Ул ҡасырға ла уйламай. Уға тик... язаланыуҙарҙан ҡотолоп үлергә генә кәрәк...
Ғәҙеллектең юҡлығы, аяу булмаясағы, намыҫ тигән нәмәнең күптән аяҡ аҫтына һалып тапалғанлығы профессор кешене ошоға килтереп еткергән дә инде. Сеү!.. Уңарсы булмай, әсир артынан бер-бер артлы башмаҡ ҙурлыҡ ике овчарка ырғылды. Былар ниңә кәрәк? Атып үлтергәс-үлтерегеҙ ҙә инде...
Нишләп ул тиклем ғазаптарға дусар итергә, эттән талатырға?..
Мин, ҡобараларым осоп, экранға төбәлгәнмен. Шул саҡ миңә Зөһрә ҡыҙым өндәшә икән дә:
– Атай, киске сәйеңде эсмәйһеңме ни?
Ашығыс ҡына:
– Хәҙер, хәҙер... – тип яуап бирәм дә йәнә экранға, телевизор эсенә инеп китерҙәй булып, төбәләм. Гүйә, үҙем дә әсир менән бергә йүгерәм төҫлө. Әллә сәнскеле тимерсыбыҡлы ҡойманың теге яғына һикереп өлгөрөрмө? Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Кем өлгөрә? Ҡарт профессор һикереп өлгөрәме, әллә артынан эттәр ҡыуып етәме?
– Атай, атай!.. – Был ҡыҙым ҡат-ҡат миңә өндәшә, мәрәкә күрә, ахыры... – Ниңә миңә яуап бирмәйһең. Ғәҙел түгел былай...
– Эйе, эйе, хәҙер, ҡыҙым!..
...Әсир кеше сәнскеле тимергә тотоноуға ҡапыл ҡаршы яҡтағы вышканан атыу яңғыраны. Күҙҙәремде сытырлатып йомдом. Башмаҡ ҙурлыҡ овчаркаларҙың береһе әсе сыйнап ебәреүгә күҙҙәремде астым: ерҙә дәү януарҙарҙың береһе үрле-ҡырлы һикерә, күрәһең, пуля яңылыштан уға тейгән. Януарҙың икенсеһе ситтә ҡарап тора. Профессор ҡайҙа һуң? Ә, ана... Ул кирегә бер аҙым яһаған да, аптырау ҡатыш ҡараштарын ғазапланыусы мәхлүккә төбәп, таш һын һымаҡ ҡатып ҡалған.
...Вышка яғынан өс һалдат саба. Ҡулдарын болғап ҡысҡырыналар. Уларҙың береһе мәхшәр урынына етер-етмәҫтән, тоҫҡап та тормаҫтан ҡапыл атып ебәрҙе. Әсир профессор урталайға һынған тирәк кеүек ергә ҡоланы...
...Аҡ халатлы икәү, носилка тотоп, улар яғына йүгерә. Ә-ә, быларҙа саҡ ҡына булһа ла кешелеклелек тигән нәмә бар икән әле. Бәлки, ҡарт яраланып ҡына яталыр... Хәҙер, түҙ, түҙ, ағай кеше! Ләкин... был нимә? Теге икәү, дәү овчарканы носилкаларына һалып, уның кәүҙәһен ҡайышҡа эләктереп өлгөрөү менән, кирегә сапты... Ҡарт профессор шул урында ятып ҡалды. Теге һалдаттар ҙа, исмаһам, әйләнеп ҡараманы... Бәй, конвой булһалар ҙа, үҙебеҙҙең ватандаштар ҙа баһа улар! Иҫ-аҡылдарым китеп, күҙҙәремде беләгем менән ҡапланым. Экранда «1938» тигән дүрт һан сағылып үтте.
Ҡыҙым минең хәлемде аңлап өлгөрҙө, ахырыһы. Етеҙ генә тороп, телевизорҙы һүндереп үк ҡуйҙы.
Вәт вәхшилек, бына ниндәй вәхшилек!.. Булған бит беҙҙә лә...
Ошолай тип уйларға ла өлгөрмәнем, күҙҙәрем алдына яңы алтыһы тулып үткән Ирмәк – шырт ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө малай килеп баҫа һалды.
Әйтерһең, береһе уны тиҙерәкләп ашыҡтырып, ҡыуып килтерҙе минең ҡараштарым алдына. Ҡапыл әллә ни булды, зиһенемә ут тоҡанды. Күпмелер ултырғас, күҙҙәрем төбө бешереп алғандай итте.
– Атай, ниңә илайһың? – Зөһрә ҡыҙым, ҙур күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ асып, үҙе лә илап ебәрергә тулышып, яурындарымдан ҡосаҡлап алғайны.
– Ну, атай...
Миңә оят булып китте. Һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡапыл күҙҙәремдән теге ике йәш тамсыһын һелкеп ырғыттым.
Бала өсөн атай илауынан да ауырыраҡ нәмә юҡ ул. Зөһрә лә ҡапыл шымтайып ҡалды, бәйләме итәгенә төшөп ятты. Мин хатаны төҙәтергә ашыҡтым:
– Былай ғына бит ул, ҡыҙым...
Зөһрә бик етди ине, ул ашығып-ашығып уйланды.
– Атай, теге ҡарт әсирҙе йәлләп иланыңмы? – тип, тауышы шыбырлауға күсеп, һораны ул. Хәсрәте ҙур икәнлеге күренеп тора ине.
– Уны ла йәлләнем, ҡыҙым, – тип әйтеүҙән башҡа сара тапманым.
Зөһрә, бик иғтибарлы ҡыҙыҡай, тиҙ үк эләктереп ала һалды:
– Ә... тағы кемде йәлләп иланың?
Инде бөтөнләй ҡаушап төштөм. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йәнә хата ебәргәнемде һиҙеп, ун дүрт йәшлек ҙур кеше алдында бик ныҡ оялдым.
Шулай ҙа әйтергә мәжбүр булдым.
– Ирмәкте... – тип сыҡты тауышым, ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Аҙаҡ асыҡлап өҫтәнем: – Эйе, Ирмәк исемле малайҙы йәлләп иланым...
Зөһрәнең ошоға тиклем был малай тураһында минең ауыҙымдан ишеткәне булманы. Быныһын мин асыҡ хәтерләйем. Хәҙер өҙмәҫ тә ҡуймаҫ инде... Уйлап та өлгөрмәнем, ҡыҙым, ғәҙәтенсә, яурыныма һарылып, килеп тә ултырҙы.
– Атай, кем ул Ирмәк? Йә, һөйлә әле...
Ҡәҙерле йәш уҡыусым, күреп тораһың, минең башҡаса сарам ҡалмағайны.
Беренсе хикәйә, йәки
Ирмәктең үкенестәре менән ҡыуаныстары
Моғайын, һин үҙең дә Зөһрә кеүек хикәйәләр тыңларға яратаһыңдыр әле. Улайһа, рәхим ит әйҙә, һиңә лә бер юлы бәйән итәм. Мин уларҙы бик күптән оноторға тырышып йөрөйөм, тик киреһе килеп сыға түгелме?
Ирмәк был донъяла бер кемгә лә оҡшамаған. Уның ише малайҙар башҡа юҡ. Әсәһе шулай тине. Үткәндә бер тупылдатып һөйгәнендә:
– И-и бәпесем, берҙән-берем!.. – тип үк ебәрҙе. Берҙән-бер булып йәшәп ятыуы һәйбәт, ә бына «бәпес» тигән һүҙ генә Ирмәктең күңеленә ятып етмәй.
Тик әсәһе әйткәнгә генә түҙә. Юғиһә, ауылдағы иң дәү кеше – Ғизетдин бабай осраған һайын:
– На-һа-а, ҡайһылай беҙҙең Ирмәк ҙур үҫкән, ир еткән! – тип әйтмәҫ ине.
Шуға бер көн үҙе тотто ла һораны:
– Бабай, ә нисек ир етәләр?
Тегеһе йылмайып ҡарап торҙо ла шундайын итеп уны күтәреп юғары сөйҙө, Ирмәктең түбәһе саҡ ҡына ҡояшҡа етмәй ҡалды.
– Ирҙәр, улым, һинең атайың кеүек була, – тине аҙаҡ, бик уйсанланып.
Ирмәк шунда уҡ бошоноп китте.
– Ул... ятып ҡалған бит әле... – Нисек «ятып ҡалалар», уныһын Ирмәк аңлап етмәй, шулай ҙа ололар ауыҙынан сыҡҡанды ул да отоп алғайны.
– Эйе, шулай... – тип һөйләнде Ғизетдин бабай. – Аҡмырҙа ишеләр яуҙа һәләк булды. Эйе, дә-ә...
Ғизетдин бабайҙы ла аңлауы ҡыйын ҡайһы саҡ. Ошондай мәлдә өндәшмәй-нитмәй ары китә лә бара. «Ятып ҡалған...» Ниңә улай тип әйтәләрҙер, әммә Ирмәктең атаһы башҡаса әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Әсәһе шулай төшөндөрҙө уға. Ә бына Ирмәктең был донъяла нисә йыл йәшәүе хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Хәйер, уның сер булғаны ла юҡ. Уға теп-теүәл алты йәш тә өс ай! Уның йәше хәҙер бер генә түгел, икенсе ҡул бармаҡтарына күптән сығып китте.
– Нисә йәш һиңә, Ирмәк? – тиһәләр, малай, уйлап та тормай, бер ҡулындағы бармаҡтарҙы йылп иттереп тарбайтып күрһәтә һала, шунан икенсеһенең бер бармағын юғары сөйә лә, икеләнеберәк булһа ла, саҡ ҡына кәкрәйгән сәнсәкәй бармағын шуларға өҫтәп ҡуя. Аңлаған кешегә – ишара ла етә, тиҙәр.
Был күпме, әллә аҙмы? Баяғы Ғизетдин бабай әйтмешләй, хаттин ашҡан. Бына ошо «хаттин ашҡан» башы менән Ирмәк Өсөйлө ауылында берҙәнбер малай булып йәшәп ята. Һуғыш тамамланыуға ла биш йыл үтеп китте. Ауылда хәҙер яңы бәпестәр тыуҙы. Бәләкәй генә малайҙар ҙа үҫеп килә. Тик улар – улар инде. Ирмәктең тиҫтерҙәре түгел. Ана шулай ысын дуҫ күрергә лә зар-интизар булып, тәки тырмашып үҫеп килә ул.
...Ирмәк Өсөйлө ауылының ситке өйҙәре күренгән һайын, аҙымдарын ҡыҙыулатты. Ана алдағы соҡорҙо үтеп, түмәләскә күтәрелеү менән, уларҙың һалам түбәле өйө лә күҙгә салынасаҡ.
Яҙғы ҡояш инде төшкөлөккә күтәрелгәйне. Әлегә тирә-яҡ яландар ҡалын аҡ юрғандарын ябынған килеш тыныс ҡына серем итә. Ләкин эш былайға киткәс, улар ҙа оҙаҡ йоҡлай алмаҫ, моғайын, йылыға баҫлығып, йәһәтерәк ҡар юрғандарын асып ырғытырҙар.
Үҙенең уйҙарынан ләззәт табып атлаған Ирмәк саҡ ҡына аҙымдарын әкренәйтте лә сабыр ҡараштарын Өсөйлөгә яҡын ғына тау битләүҙәренә төшөрҙө һәм үҙе үк ҡыҙығып, күңеле менән шунда тартылып ҡуйҙы. Битләүҙәр ҡарҙан әрселеп бөтөп килә, хәс тә күршеләрендәге Йөҙөкәй инәйҙең башлығы кеүек, ала-солаланып ята. Моғайын, унда сәкән һуғып та булалыр инде.
Ирмәк һис шикһеҙ шунда барып сығасаҡ. Тик яңғыҙыңа ғына ҡыйын. Ни уйнап булмай, ни һөйләшергә кеше юҡ. Мөслимә менән Миңлегөл килмәҫ, улар үҙҙәренә күрә түгел, эре ҡыланалар. Өйҙәренең тәҙрә тупһаларына менеп ултырған булалар ҙа, һағыҙ сәйнәп, үткән-һүткәндә Ирмәккә тел күрһәтеп ултырып ҡалалар. Уларҙың, исмаһам, әсәләре лә өйҙә генә тора. Йәй көнө колхоз эшенә йөрөштөрәләр, ҡыш буйы шул ихата тирәләренән ситкә китмәйҙәр. Етмәһә, Миңлегөлдөң атаһы ла бар. Үҙенеке үк түгел шикелле, һуғыштан ныҡ яраланып ҡайтҡас, әсәһе индергән дә ҡуйған. Кем генә булмаһын, барыбер атай. Их, рәхәт уларға!
Ирмәк ысынлап үкенде, тамағына ниндәйҙер ҡаты төйөр ултырғайны, шуны көслөк менән йотто ла юлын ары дауам итте. Нурғәлене саҡырып ҡарағайны ла бит, уныһы инәлткән булды, уларҙың ауылына килеүҙән баш тартты.
– Әй, һеҙҙең быстыҡ ҡына ауылығыҙға барғансы... – шулай тип кенә танауын йыйырҙы.
Нурғәле – Ҡарғалы малайы. Ҡарғалы ҙур ауыл ул, Ирмәктәрҙең колхоз үҙәге лә унда. Малай белә-белгәне бирле уның әсәһе ошо Ҡарғалыға йөрөп эшләй. Иртән иртүк йәйәүләп сығып китә, кис әйләнеп ҡайта. Теге яҡҡа өс саҡрым, кирегә лә өс саҡрым.
Нәжибә апай колхоз кәнсәләрендә хисапсы булып эшләй, ә төшлөктә Нурғәленең әсәһе янына сәй эсергә килә. Һирәк-мирәк әсәһенә эйәреп барғанында, Ирмәккә лә Нурғәлеләрҙә ҡунаҡ булырға тура килгеләне. Уларҙың өйө иркен, тәҙрәләре киң, бейек. Ауылдары ла иҫ китмәле ҙур. Былай Нурғәле менән ныҡ ҡына дуҫлашып та алғайны Ирмәк. Бергә уйнаған саҡтарында бигерәк тә күңелле була. Ундай көндәр Ирмәк өсөн ысын байрам инде. Етмәһә, Нурғәленең белмәгән уйыны юҡ. Көндәр буйы уйнай ҙа ҡуя ике малай. Тик байрамдай матур көндәр һирәк килә. Ирмәктең ҡалған ғүмере Өсөйлөлә – Аҡнөгөш буйында яңғыҙы үтә. Ҡыш булһа, бер үҙе сана шыуа; йәй етһә, балыҡ тота. Йә әбейҙәргә эйәреп еләккә, сейәгә йөрөштөрә. Күңеле килгәндә һирәкләп кенә йә Миңлегөлдәргә, йә Мөслимәләргә бара. Тик нисә барма, улар шул бер үк ҡурсаҡ уйынын уйнайҙар. Нимәһе ҡыҙыҡтыр инде шуның?..
Бына Ирмәк әле лә Ҡарғалынан ҡайтып килә. Әйтеүе генә анһат, ниндәй ҙур араны бер үҙе атлап үтте. Бүренән дә ҡурҡып торманы хатта. Иртән Ғизетдин бабайы:
– Әй, егет, Ҡарғалыға бараһыңмы? – тип атын туҡтатҡайны, ултырҙы ла китте. Әсәһе аптырап бер булды әле уның килеп инеүенә.
– Нишләп йөрөйһөң? – тип орошто тәүҙә, ә үҙе барыбер ҡәнәғәт, тупылдатып һөймәйенсә булдыра алманы.
– Ғизетдин бабайға ултырып килдем, – тине. Әсәһенең күңеле тулышып китте хатта.
– И-и, ҡолонсағымды! – тип яратты, улына әллә күпме һоҡланып ҡарап ултырҙы.
Ирмәк «ҡолонсағым» һүҙен беренсе мәртәбә ишетә ине әсәһенең ауыҙынан, етмәһә, үҙе башҡаларҙан йәшереп кенә яулығының осо менән күҙҙәрен һөртөп алды. – Бар, Нурғәлегә барып уйнай тороғоҙ. Төшкөлөктө ашағас, ҡайтарып ебәрермен. Үҫкәнемде!.. – Йәнә яңы һүҙ әйтте әсәһе, «үҫкәнемде» тине.
Әй рәхәтләнеп уйнаны бөгөн Ирмәк Нурғәле менән. Шул тиклем күңелле булды, хатта аҙаҡ ҡайтҡыһы килмәй йөрөнө. Төшкө сәй эсеп, әсәһе яңынан эшкә китте. Тик шунда ғына Ирмәк өйҙәге һыйырҙы иҫенә төшөрҙө. Лапаҫ аҫтында бикле тора бит, уға ташып һыу эсереү Ирмәккә йөкмәтелгән. Нурғәле Ирмәкте Ҡыҙыл ярға тиклем оҙатып килде. Бынан Өсөйлө ауылы ус төбөндәге кеүек күренә. Ныҡлабыраҡ ҡараһаң, моғайын, урамындағы ҡайһы бер кешеләрен дә танырға мөмкиндер хатта.
Йәнә тау шыуҙылар. Быйылғы ҡарҙың ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ тигәндәй, көрт өҫтөндә ике малай рәхәтләнеп аунаны. Саҡ айырылышты улар. Бына әле ауылдарына етеп барғанында йәнә артына боролоп ҡараны: Ҡарғалыла йәшәү нисек рәхәт! Хәйер, малай тиҙ үк был уйҙарын ситкә ҡыуҙы. Юҡ, уларҙың Өсөйлөһөнә берәй ауыл етә буламы? Ҡарғалының йылғаһы юҡ, ә Өсөйлө – Аҡнөгөштөң нәҡ яр башында...
Ошо уйынан бик ҡәнәғәт булып, Ирмәк Өсөйлө яғына йүгерә башланы. Үҙе йыр көйләй, үҙе йүгерә. Өйҙәре тәңгәленә инде еттем тигәндә, Ирмәк ҡапыл туҡтап ҡалды. Бәй, Сәмиғулланың ҡулдары һынып төшкән, етмәһә, башы ҡыйшайған... Ирмәк шикләнеп кенә баш осона күтәрелеп ҡарап ҡуйҙы. Ҡояш тағы ла ҡыҙыуыраҡ иретә ине ҡарҙы.
Ирмәктәрҙең өйө Аҡнөгөштөң яр ситендә генә тора. Ауылдың был яҡ осонда тип әйтерлек. Ишек алдарында, әгәр шулай тип әйтергә яраһа, йыл да көрт һалып, бейек кенә тау хасил була. Ирмәккә сана шыуырға ла әллә ни ситкә йөрөргә түгел. Өйҙән сығып, шунда күтәреләһе ҡала. Ғәҙәттә, ул шул көрт башына ҡар малай яһап ултырта, ысын кеше кеүек ҡарап ултыра ул.
Ирмәк көндәр буйы шуның менән үҙе һөйләшә, уйнай, хатта уларҙың ҡушарлап йырлаған саҡтары ла булғылай. Бына шул ҡар малайға Ирмәк Сәмиғулла тип исем ҡушты. Уның хатта башында кәпәсе лә бар ине, бөгөн ул да юҡ. Ҡояш шулай ҡарҙы тиҙ иретәме икән? Ирмәктең күңелендәге шик артҡандан-арта барҙы, кем уның Сәмиғуллаһын ҡыйырһытҡан һуң? Күҙҙәренә йәш килеп ҡуйҙы малайҙың. Күршелә генә Йөҙөкәй исемле яңғыҙ инәй йәшәй. Сәмиғулла уның берҙәнбер улы булған, ҡыҙылса сығып үлеп ҡуйған. Ирмәкте ныҡ ярата Йөҙөкәй инәй, яйы тура килгән һайын, яңғыҙ моңайып йөрөмәһен тип, уны саҡырып индерә. Йә бутҡа ашата, йә ҡоймаҡ менән һыйлай. Бына шундай ваҡыттарҙа ике һүҙҙең береһендә Йөҙөкәй инәй:
– Ҡуй инде, бынау Сәмиғуллам әрәм генә булып ҡуйҙы бит, бәхетһеҙлек ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, – тип аҙарына башлай. – Шундайын илгәҙәк, шундайын да алсаҡ бала ине. Ғүмеркәйҙәре генә булманы бахырҡайымдың. Атаһы ла һуғышта ятып ҡалды. Ҡуй инде, ҡуй... Бына икәүләп шул тиклем татыу уйнар инегеҙ. Сәмиғуллам һинән ете йәшкә ҙурыраҡ ине. Булһа ни, ҡарап ҡына уйнатыр ине, исмаһам. Әсәйең ни, Нәжибәне әйтәм, көндәр буйына шул кәнсәләрендә. Иртән китә, кис ҡайта... Бер-берегеҙгә иптәш кенә булыр инегеҙ, Сәмиғуллам менән. Зерә лә һәйбәт бала ине ул...
Бына ошоларҙы ишетеп йөрөнө-йөрөнө лә Ирмәк, бер көндө ишек алдарындағы тауҙың иң түбәһенә, бөтә ергә лә күренеп торорлоҡ итеп, ҡар малай яһап ҡуйҙы. Уға күмерҙән күҙҙәр ҡуйҙы, танау-ауыҙын да килештерҙе. Тал ағасынан ҡырҡып ҡулдар яһаны. Бөтөнләй ысын малайға оҡшаны ла ҡуйҙы был. Уйлап йөрөнө-йөрөнө лә Ирмәк, уға Сәмиғулла тип исем ҡушты. Был хаҡта Йөҙөкәй инәйгә әйткәс, ул тәүҙә тәҙрәнән генә ҡарап шул тиклем ҡыуанды.
– Ә-әй, ана минең балам баҫып тора!.. – тигән булды инәй, уйсанланып китеп, шунан сеңләп-сеңләп иланы ла ебәрҙе.
– Йөҙөкәй инәй... Мин уны хәҙер ҡолатып төшөрәм, илама!.. – тип урамға атылған Ирмәк артынан инәй үҙе лә килеп сыҡты. Уның илауына ошо ҡар малай ғәйепле кеүек тойолғайны Ирмәккә.
Йөҙөкәй инәй әйләндереп ҡарап сыҡты ла ҡар малайҙы:
– Бик матур яһағанһың, – тине, тынысланды. – Әйҙә шулай бөтәбеҙгә лә ҡарап торһон. Хәҙер, балам, сабыр ғына итсе!..
Ул өлтөрәп өйөнә кереп китте. Бер аҙҙан, күп мәртәбәләр ямалған булыуына ҡарамаҫтан, һаман ҡолаҡсындары айырылып төшмәгән кәпәс килтереп сығарҙы.
– Мә, балам, Сәмиғуллам ошоно кейә лә йөрөй торғайны. Оҡшағас, бөтөнләй оҡшаһын. Яҙ индереп бирерһең.
Эй ҡыуанды Ирмәк был хәлгә. Шунда уҡ ҡар малайҙың башына теге кәпәсте йылп иттереп кейҙереп тә ҡуйҙы. Бына, исмаһам, Ирмәккә лә иптәш табылды. Үҙе сикһеҙ ҡыуанды, Йөҙөкәй инәй менән йәнәш баҫып, бик оҙаҡ Сәмиғуллаға ҡарап торҙо. Инәй өйөнә киткәс, яҡын килде:
– Шәпме, Сәмиғулла! – тип өндәшә һалды.
Әллә ҡар малай ҙа яуап бирҙе инде. Ирмәккә, һәр хәлдә, шулай тойолдо. Шунан ул өҫтәне:
– Әйҙә, таныш булайыҡ, мин – Ирмәк! – тигән булды. – Бынан ары гел бергә уйнарбыҙ, Сәмиғулла, йәме!
Теге лә башын һелкте, шикелле, кәпәсе ҡолап төштө. Ирмәктең иҫе китте быға, ул ашығып яңынан ҡар малайға кәпәсен ныҡлап кейҙереп ҡуйҙы.
Бына шулай дуҫлашып китте улар Сәмиғулла менән. Ҡыш буйы икеһе бергә уйнаны. Ҡар малай ҡарап ҡына ултырҙы, ә инде Ирмәк уның янында сар-сор килде: тау шыуҙы, ҡарҙа аунаны, тәкмәс атынды...
Ауылдары аша үтә торған оло юл да ошо тау аҫтынан ғына һалынған. Юлаусылар үҙ сиратында, бер үҙе мәж килеп уйнаған малайға йылмайып, баш сайҡап үтеп китерҙәр ине. Нисек инде шулай япа-яңғыҙ ғүмер үткәрергә кәрәк, йәнәһе. Юҡ, ул бер үҙе түгел, уның дуҫы бар, Сәмиғулла!
...Әле бына өйҙәренә яҡынлашҡан һайын Ирмәктең йөрәге дарҫлабыраҡ типте. Сәмиғуллаға ни булған? Бер түгел, ике ҡулы ла юҡ. Кәпәсе ҡайҙа икән? Ел осорған тиһәң, тирә-яҡ тып-тын. Иртән, Ирмәк Ғизетдин бабаһының санаһына тейәлеп киткәндә, Сәмиғулла һин дә мин ултырып ҡалғайны. Хатта ҡул да болғаны шикелле...
Ирмәк тауға күтәреләйем генә тигәйне, саҡ ҡына ситтәрәк башына яңы бүрек, аяҡтарына ҡупшы ғына төпләнгән урыҫ быймаһы, өҫтөнә биле ҡайышлап быуылған, ямауҙың әҫәрен дә күрмәгән ыҡсым һырма кейеп ебәргән ят малайҙы күреп, шып туҡтаны. Аптыраны ла ҡуйҙы ул. Ауылдарында Ирмәктән башҡа малай юҡ, был ҡайҙан килгән? Кем ул? Әллә... әллә... Ирмәктең башына ҡапыл шундай уй килде: Сәмиғулла терелеп ҡайтып, уны уйнарға көтөп йөрөймө, юғиһә? Был хәлдән һуң бөтә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Үҙе ҡурҡты, әммә күңеленең ҡайһылыр бер ситендә өмөт уты тоҡанғандай итте. «Сәмиғулла... ана һин ниндәй...» – тип бышылданы ул үҙ алдына.
Әлегә малайҙың йөҙө күренмәй, мыш та мыш килеп, теге яңы ҡар малай әүәләп маташа. Сәмиғулланың ҡулдарын да ул һурып сығарған, быныһы көн кеүек асыҡ, ана, кәпәсе лә шунда аунап ята. Ирмәктең асыуы ҡабарып китте, йүгереп барып һырмаһының яғаһынан йүрмәп тотоп алырға уйлағайны ла яңынан һыуынды: бәлки, ул үҙе тере Сәмиғуллалыр? Ирмәк яһап ҡуйған ҡар малайға түбәнһенеп, шуға юрый ҡулдарын йолҡоп ташлағандыр... Ирмәк, ни булһа ла булыр тигәндәй, тау башына менеп баҫты ла һырмалы малайға ҡарап тора башланы. Ни тиһәң дә, тауға ул хужа бит әле. Ә ят малай әйләнеп тә ҡарамай, исмаһам. Ах та ух килеп, ҙур ҡар йомарламын тәгәрләтә. Шулай ҙа таныш түгел малайҙың кәүҙәһе сибек икәнде төҫмөрләгәс, Ирмәктең күңеленә шик төштө: «Булмаҫ, Сәмиғулла минән ҙурыраҡ бит...» Ә инде тегенең бүреге аҫтынан килеп сыҡҡан бойҙай һаламы ише сәсен дә шәйләгәс, икеләнеүенә урын ҡалманы. «Был – ят малай! Ҡара һин уны, ҡалайыраҡ хужа булырға өлгөргән. Мин уны хәҙер...»
Ирмәк ҡаты ғына итеп алға бер-ике аҙым яһап ҡуйҙы ла тамаҡ ҡырҙы. Юҡ, теге ят малайҙың иҫе лә китмәне, икенсе йомарлам әүәләй башланы. Ҡар өҫтөндә тире бейәләйҙәре сәселеп ята. «Бай малайы!..» – тип үртәнде Ирмәк. Хәйер, ул ундай тире бейәләйҙәрҙе унды тегеп бирһәләр ҙә кеймәҫ ине. Нимәгә ул, Ирмәк кеүек малайҙар өшөмәй. Ана, әсәһе көҙҙән берҙе бәйләп бирә, шул ямау һалына-һалына ҡыш буйына етә. Бына хәҙер ҡулына бөтөнләй кеймәй ҙә йөрөй ала.
Ирмәк, бейәләйҙәрен сисеп, юрый шундағы ҡаҙаулы таяҡҡа кейҙереп ҡуйҙы ла нығыраҡ итеп йүтәлләргә кереште. Сеү! Малай ишетте түгелме? Эйе, ана йылп итеп кенә ҡарап алды ла, ҡапыл эшен ташлап, ҡалҡынып баҫты.
Бына улар, ике таныш түгел малай, бер-береһенә ҡарашып тора. Кәүҙәләре сама менән икеһенең дә бер тирә. Ирмәк кенә, моғайын, мыҡтыраҡтыр. Тегеһенең бойҙай һаламы төҫлө өлтөгө тырпайып күренә, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Ирмәк тәүҙә, быны күреп, ҡурҡып та ҡуйҙы, сөнки үҙ ғүмерендә тәүләп зәңгәр күҙ күреүе ине. Шунлыҡтан ҡуңыр күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы. Һырмалының бите сей һары, етмәһә, эре һипкел баҫҡан. Ирмәк, ирекһеҙҙән, үҙенең йөҙөн ышҡып ҡуйҙы. Уның тутлаған ҡуңыр йөҙөндә һипкелдәрҙең әҫәре лә юҡ ине, әлбиттә. Сәстәре лә һалам түгел, күмер кеүек ҡара. Ҡатылыҡҡа ҡаты инде мәгәр.
«Бының менән һуғышырға тура килмәгәйе», – тип уйлап алды Ирмәк, беләктәрен уйнатып.
– Ниңә минең ҡар малайҙы ваттың? – тип ҡысҡырҙы Ирмәк, үртәлеп, үҙе тағы ла бер аҙым алға атлап ҡуйҙы.
Ә теге һалам сәс, ауыҙын йыра төшөп, уға яҡынлаша бирҙе, етмәһә, һап-һары тештәре араһынан ҡап-ҡара ек күренә.
Теше төшкән, тимәк. Исмаһам, шуны ла уйламай.
– Бына минең тештәрем, теҙелешеп тора! – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Ирмәк, үҙе ауыҙын йырып күрһәтте. Хатта көтмәгәндә: – Бр-р-р! – тигәнерәк ауаз да сығарып ҡуйҙы. Теге лә бирешмәй, һары тештәрен ыржайта:
– Ба-ба-а! Р-рр-р!.. – тип эт һымаҡ ырылдап уҡ ебәрҙе.
Көтмәгәндә шундай хәл булып алды: һипкелле малай етеҙ генә тире бейәләйҙәрен кейҙе лә Сәмиғулланың ҡар өҫтөндә аунап ятҡан кәпәсен Ирмәк яғына тибеп ебәрҙе. Былай ҙа һарыуы ҡайнап торған Ирмәк бындай түбәнселеккә нисек түҙеп торһон, ямаулы булһа ла, ни етте кәпәс түгел бит. Сәмиғулланыҡы. Барҙы ла асырғанып, һалам сәстең яғаһынан бөрөп алды, һелкетте. Теге малай, бындай хәлде көтмәгән, ахыры, ҙур зәңгәр күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап ҡарап тик тора.
– Ҡарама, һинән ҡурҡыр хәлем юҡ, – тип тегене һырмаһынан эләктереп алды ла Ирмәк, түбәнгә – юл яғына, төрткөләй башланы. – Бар, тау минеке, һине бында бер кем дә саҡырмаған! Белдеңме!
Тегеһе лә ниҙер әйтте, икеһе лә көрмәкләшкән көйө тумарлашып түбән тәгәрәне. Тау аҫтында һалам сәсленең һәрмәүес ҡулдарынан саҡ ысҡынып тороп баҫты ла Ирмәк өҫтөн ҡаҡты. Икеһе лә аһылдап төшкәйне.
– Ана бара юлың, урыҫ! – тип үсекләне зәңгәр күҙле малайҙы, оло юлға төртөп күрһәтте. – Тай бынан! Табаныңды ялтырат, аңлайһыңмы?! Икенсе беҙҙең ауылға килмә!
Һалам сәс йыш-йыш тын ала, үҙ телендә нимәлер һөйләй, ҡулдарын болғай, берсә ҡар малайы, берсә ауыл һыртындағы мәктәп яғына ишаралай. Шунан көтмәгәндә йоҙроҡ күрһәтмәһенме был!
– Ә-ә, һин әле шулаймы? Бында килеп йоҙроҡ күрһәтеп торған булаһың ишшеү, хәстрүш. – Ирмәк тә йоҙроҡтарын төйнәне, ул ғына ла түгел, ни ғиллә менән тау аҫтына килеп төшкән Сәмиғулланың һыңар ҡулын – һуйыл талды эләктерҙе... Быны күргән һалам сәс, зәңгәр күҙҙәрен бысыйландырып, иланы ла ебәрҙе. Әле генә күҙҙәре ниндәй матур ине, улар ҡапыл төҫһөҙләнде. Ирмәк ҡурҡыуға ҡалды. Алан-йолан ҡаранды. Шунан ҡулындағы тал ағасын әйләндереп-тулғандырып ҡарап торҙо ла тау башына ырғытты.
– Үҙең бит... Сәмиғулланың ҡулдарын һурып алып бөткәнһең, – тип һырмалы малайҙы йәлләп өндәште. – Бына мин һинең өйөңә барып шулайтайым әле... Нишләрһең икән? – Шунан бөтөнләй йомшарҙы, зәңгәр күҙленең һырмаһын ҡаҡҡыланы.
Ирмәк русса бер нисә һүҙ белә, уларға ҡайһы саҡ ҡуна төшкән юлаусы урыҫтарҙан өйрәнеп ҡалғайны. Шуға ла йәһәт кенә һүҙ ҡушты.
– Атайың... Папаң ҡайҙа? Ҡунаҡ малай күренәһең бит, моғайын, берәй юлаусы улыһыңдыр...
– Папа?.. – Теге малай тынысланды, уртаҡ бер таныш һүҙ табылды бит, күҙҙәре баяғынан да сағыуыраҡ булып зәңгәрләнде... – Папа там! Там!
– Там? Тегендәме, мәктәптәме?
– Угу...
Уңарсы булмай, баянан бирле араталы ҡапҡанан ҡыҙығып ҡарап торған Йөҙөкәй инәй өндәште:
– Балаҡайҙар, сынок, әйҙә сәй, кушать! Ирмәк улым, алып ин ҡунаҡты, асыҡҡандыр. – Шунан өҫтәне: – Хоҙайға шөкөр, йән биргәнгә йүн бирә ул. Ана бит, малай кешегә ни, дуҫы ла табылып тора. Аҙаҡ, тамағығыҙ туйғас, бергәләп уйнарһығыҙ. Ҡуй инде, ауылыбыҙға кино килгән! Кино! Бөгөн кис мәктәптә күрһәтә, ти, бына был малайҙың атаһы Мишка. Һуғыш бөткәнгә күпме, бындай мөғжизәнең беҙҙең ауылда булғаны юҡ ине әле. Ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаған ике малайҙың да арҡаһынан тупылдатып һөйҙө Йөҙөкәй инәй.
– Балам, исемең кем әле? Зовут как, Сәргәй? – тине ул ҡунаҡ малайға, тегеһе, илгәҙәкләнеп:
– Саша... – тип яуапланы.
– Ә быныһы был малайка – Ирмәк. Аңланыңмы? Ирмәк! Карош малайка!
Уңарсы булмай Саша башын һелкеп, Ирмәккә ҡулын да һуҙып ята.
Эй рәхәт булып китте ошо саҡ Ирмәккә. «Ярай әле, малай булып тыуғанмын, – тип ысынлап ҡыуанды ул, – юҡһа, Саша исемле дуҫ табылмаҫ ине... »
Баш осонда, салт аяҙ күк йөҙөндә, яҙғы ҡояш тағы ла көләсләнә төшөп, үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ нурҙарын уның йылыһын һағынып зар-интизар ятҡан ер өҫтөнә йомартланып яуҙыра ине.
Дауамы бар.