Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йорт алдары төҙөкләнә, йәмләнә

"БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" ПРОГРАММАҺЫ 2019 йылдан республикабыҙҙа тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” программаһының файҙаһын ишембайҙар ҙа ныҡлы тоя. Уға ярашлы Ишембай ҡалаһында 2019 йылда – 10, 2020 йылда – алты, 2021 йылда – дүрт, 2022 йылда – өс , былтыр ике йорт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл да ике йорт биләмәһе яңыра. Программаның шарттарына ярашлы, балалар, спорт майҙансыҡтарының хәүефһеҙ резина япмалы итеп эшләнелеүе бик мөһим. Бер ыңғай контейнер майҙансыҡтары яңыртыла, парковка урындары төҙөкләндерелә, тышҡы яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү көйләнә, юлдар асфальтлана, бордюрҙар алмаштырыла. Был программа халыҡтың теләге, ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырыла. Йыйылыштар үткәрелә, йортта йәшәүселәр менән килешеп эшләнә. Үҙҙәренең йортон төҙөкләндерергә теләп мөрәжәғәт итеүселәр Ишембайҙа аҙ түгел. Күптән түгел Ишембайға эш сәфәре мәлендә төҙөкләндереү барышын үҙебеҙ ҙә күрҙек. Тәүгеһе - Чкалов урамы, 2А һәм Машина төҙөүселәр урамы 63, 69, 69 Б, 69 В йорттары эргәһендәге биләмәлә. Бында арыу ғына эштәр башҡарылған. Балалар майҙансығы ҡоролған, артабан уға хәүефһеҙ резина япма йәйеләсәк. Яңы бордюрҙар ҡуйылыуы, йорт эргәләренә яңы асфальт юлдар һалыныуы - был тирәлә йәшәүселәр өсөн уңайлы шарт. Геология урамындағы 32, 34-се йорттар һәм Бульвар урамы 29, 31, 33-сө йорттар янында ла эш тынмай. Беҙ барғанда бында яҡтыртыу лампалары ҡуйыу өсөн бағаналар килтерҙеләр. Төҙөлөш эштәрен алып барған “Стройка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Аветикянды күреп һөйләшеү форсаты ла тейҙе. – Ныҡлы булһын, халыҡҡа оҡшаһын өсөн сифатлы итеп эшләргә тырышабыҙ. Был объекттарҙың ҡалала йәшәүселәргә оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләйбеҙ, – тине ул. Әйтергә кәрәк, "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса республикала 2019-2023 йылдарҙа 1300-ҙән ашыу йорт алды биләмәһе төҙөкләндерелгән. Республика етәкселеге был программаны киләсәктә лә дауам итеү кәрәклеген билдәләй. ФЕКЕР Радик КҮСӘРБАЕВ, Ишембай ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары: – “Башҡорт ихаталары” программаһы - беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Бының өсөн республика бюджетынан ҙур суммала аҡса бүленә. Урындағы ҡаҙна иҫәбенә был тиклем эштәрҙе башҡарып сығыу мөмкин түгел. Әлеге программа өсөн Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәт. Ярҙамдан тотош республика файҙалана. Әлбиттә, халыҡ та башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәт. Автор фотолары.