Найти тему
Журнал "Шонкар"  

КҮҢЕЛ КҮҘЕН АСЫР КӨСӨ БАР

Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара, тигән әйтем бар халыҡта. Бала сағы тураһында ул тиклем хәтирәләргә бирелеп һөйләмәһә лә, Гөлбинә Сафуанова менән тәү танышҡас та, үҙен тотошона, ҡылыҡтарына ҡарап, ниндәй кеше икәнлеге асыҡ күренә. Хатта ки, ирекһеҙҙән, бәләкәй Гөлбинәнең үҙе генә уйлап сығарған береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ уйындары менән әхирәттәрен янына йыйыуын күҙ алдына килтерәһең.

Берәүһен дә ҡараштарынан мәхрүм итмәй, төрләндереп һәр ҡайһыһына ла тейешле һүҙ табыр, кәрәк урында яҡлашыр, шатлыҡтарын бүлешер ҡыҙыҡай булғандыр, моғайын. Ә бит уйындар ҙа тормошҡа әҙерләргә, һөнәргә өйрәтергә, күркәм сифаттар тәрбиәләргә тейеш һәм улар буйынса баланың ниндәй шөғөл һайларға мөмкинлеген дә самаларға була икән, тиҙәр. Тыуған яҡтары тәбиғәтенә торош һомғоллоғо, атаһына оҡшаш ҡиәфәте әле үҫмер саҡта күптәрҙең күңел тыныслығын тулҡынландырғандыр. Әммә ғорур ҡыҙҙың бер ваҡытта ла тәкәбберлеге булмай. Үҙе атлығып тормаһа ла, Магнитогорскиҙа училищела уҡыған мәлдә Әбйәлил районы ҡыҙҙы Өфөгә «Һылыуҡай» бәйгеһенә юллай. Сағыу тамашаны алып барыусы актер Ринат Бассариев Гөлбинә янына килеп: «Бындай матур, асыҡ төҫ-ҡиәфәтең менән сәнғәткә килергә кәрәк һиңә», – ти. Ул ваҡытта йәш ҡыҙ был һүҙҙәргә иғтибар бирмәй, маҡтау итеп ала, рәхмәт әйтә, сөнки актер булыу тураһында әле уйлап та ҡарамаған сағы ине. Әйткәндәй, бәйгенән Гөлбинә беҙҙең халыҡ ҡыҙҙарына ғына хас саялығы, шул уҡ ваҡытта серлелеге менән тамашасы һөйөүен яулап ҡайта!

Училищела рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштереп, киләсәген ошо сәнғәт төрөнә бәйләргә йыйынған ҡыҙ, Өфөгә технология институтына килә. Әммә, үкенескә күрә, әллә бәхеткәме – хыялдағы уҡыу йортона инеп китергә насип итмәй. Ҡайтыр юлда яҡташы, Әбйәлил егете Зөлфәр Әхмәтов осрай. Ул баш ҡалаға артист булыр өсөн килгән икән. Гөлбинәне лә өгөтләй. Икәүләшеп, бергәләп этюдтар әҙерләп, мәҫәл ятлап, йырлап, сәнғәт институтына Азат Нәҙерғолов төркөмөнә уҡырға ҡабул ителә.

Режиссер Азат Нәҙерғоловтың студенттары икенсе курстан Милли йәштәр театрының спектаклдәрендә уйнай башлай. Ғ.Ҡәйүмовтың «Һинд ҡыҙы», Н.Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» спектаклдәрендә күмәк сәхнәгә Гөлбинә Сафуанова ла сыға. Уҡыу йортон тамамлағас, ошо уҡ театрға эшкә килгән актерҙар өсөн был сәхнәләр бик яҡшы тәжрибә бирә.

Йәш драматург Илмар Әлмөхәмәтовтың «Алыҫ та, яҡын да түгел» әҫәрен республикабыҙҙа Әсә йылына арнап Милли йәштәр театрында ҡуйып, режиссер Азат Нәҙерғолов яңылышманы. Әсә йөрәгенең иң нескә ҡылдарын тирбәтер был әҫәр театр һөйөүселәр өсөн оло бүләк булды. Гөлнур исемле ҡыҙ ролен йәш актриса Гөлбинә Сафуанова, тәүге үҙаллы роле булыуға ҡарамаҫтан, бик оҫта башҡарҙы. Актрисаның артабанғы ролдәрен һанап китһәк, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Мәҙинә, Туфан Миңнуллиндың «Йәнкиҫәккәйем»ендә – Шүрәлинә, Сөләймән һәм Хәмдиә Латыповтарҙың«Амазонкалар»ында – Анжела, Наил Ғәйетбайҙың «Студенттар»ында – Хәкимә, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Яҡуптың әсәһе, «Ташлама утты, Прометей»ында – Гера, «Тоҡ эсендәге бесәй»ендә – Туҡтабикә, Йәмлегөл, Лек Вәлиевтың «Париж егете Әлфәнис»ендә – Мәрфуға, Таңсулпан Ғарипованың «Ғилмияза»һында – Ғәмбәрә, Альбер Камюның «Калигула»һында – Цезония, Мөҙәрис Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса» музыкаль комедияһында – Миңзифа, Мария Ладоның «Йәшәгән ти...» драмедиһында – хужабикә, В.Красногоровтың «Хәтер юйғыс мөхәббәт»ендә – Жанна, Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда – Йомабикә, Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем»ендә – Хәҙисә һәм башҡалар. Төрлө амплуалағы образдар өҫтөндә Гөлбинә Сафуанова актриса булған өсөн генә ижад итеп ҡалмай, ул һәр роленән быға тиклем үҙе күреп-белмәгән һыҙаттар ала, тормошонда осратмаған хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнә, үҙен үҫтерергә, байытырға ынтыла. Ошо ынтылыш булғанлығы һиҙелмәй ҡалмай – Гөлбинәнең ролдәре әҫәрҙәге геройҙың характерын тамашасы күңеленә еткерә белеүе менән ҡәҙерле.

Актриса өсөн төҫ, ҡиәфәт һөйкөмлөгө бик мөһим. Гөлбинә Сафуанова театр сәхнәһендә генә түгел, ғәҙәти тормошта ла сағыулығы менән үҙенә йәлеп итә. 2003 йылда «Комсомольская правда» гәзите уҙғарған «Йондоҙ менән киске аш» конкурсында ҡатнашып, Гөлбинәне яҙмышы билдәле кино актеры Дмитрий Певцов менән осраштыра. Актерҙың киң танылыу алған ғына мәле ине, хәтерегеҙҙәлер. Бәйгелә ҡатнашыусы меңәрләгән ҡыҙҙар араһынан тик Гөлбинә өлөшөнә төшкән бәхетле осраҡ юҡҡа булмағандыр. Йәш актриса быға тиклем сәнғәт донъяһында әле белеңкерәп бөтмәгән һорауҙарына яуаптар ала. Киләсәктә, 2018 йылда Өфө районының Шамонин ауылында балалар өсөн «Яҙ» театр студияһын ойошторғанда, Гөлбинәгә институтта уҡытҡан остаздары методикаһы, белеме, ошо осрашыу хәтирәләре лә, хатта бала сағындағы әхирәттәре өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороуы ла иҫенә төшөп, ярҙамға киләсәк. Студияның һәр дәресен, һәр сығышын ҡалдырмай әүҙем йөрөгән үҙ актерҙары, үҙ репертуары һәм еңеүҙәре лә бар. Еңеү тигәндән, уларҙың тәүгеһе, студия ойошоп, бер йыл үтеүгә «Әкиәттә ҡунаҡта» конкурсына 1-се урын менән килеп инә. Йәш актерҙар оло теләк менән актер оҫталығы буйынса Гөлбинә Фәйез ҡыҙынан һабаҡ ала. Ә һөнәренә тоғро шәхес өсөн был шөғөлө оло бәхет килтергәне уның ҡараштарында сағыла. Сөнки ул үҙендә күңел күҙен асыр көсө барлығын яҡшы белә.

Быйыл Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлбинә Сафуановаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Ул исеме ошо көнгәсә башҡарылған мөҡәддәс эштәре, илһамлы хеҙмәте өсөн хаҡлы баһа. Киләсәктә тағы юғарыраҡтарын алып ҡыуанырға яҙһын! Уның көн һайын үткән изге һуҡмағы – театр менән, ғаиләһе менән йәшәгән йылы йорто юлы. Ошо юлда иртәгәһе көнгә хыял, унан һуңғыһына тағы яҡтыраҡ ышаныс тыуып торһон.

Рәзилә

Ырыҫҡужина

"Тамаша" журналынан