Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сағыу биҙәкле күперҙән йөрөү күңелле!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән башланған “Атайсал” проекты республикала тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Өс йыл эсендә Илеш районында 419 проект теркәлеп, 394-е ғәмәлгә ашырылған. Халыҡты һөйөндөргән эштәрҙең береһе Сейәле Әтәс ауылында Базы йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күпере булды. Проект 2023 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Эште ошо ауыл кешеһе Зәкиә Мәхмүтйәнова башлап ебәрә. Төҙөлөш өсөн материалдар һатып ала. Ауылдаштар ярҙамға килә, бергәләп күперҙең конструкцияһын иретеп йәбештерәләр. Аҙаҡ буяу, төҙөкләндереү эштәрен башҡаралар. Хәҙер халыҡ был күперҙе “Зәкиә күпере” тип йөрөтә. Базытамаҡ ауыл советы башлығы Илфат Закиров әйтеүенсә, яңы күпер тура юл менән ярымутрауға барып, унда еләк-емеш, дарыу үләндәре йыйырға мөмкинлек тыуҙырған. ”Атайсал” проекты тыуған ерҙе матурларға, башҡа файҙалы эштәр башҡарырға ярҙам итә, тип яҙа “Маяҡ” гәзите. Фото: https://mayakrbt.ru