Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарға ярҙам иттеләр

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Яңауыл районында сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде. Ултырышта ҡатнашыуға ғариза Киҫәкҡайын ауыл биләмәһе территорияһында элекке етештереү майҙансығын ҡуртымға алыу килешеүен төҙөү хоҡуғына аукционда еңгән “Паракс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән килгән. Фирма етәксеһе Рөстәм Нафиҡов был участкаға үҙенең пландары менән уртаҡлашты: быраулау майҙарын етештереүҙе, төҙөлөш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеүҙе, 4 класлы ҡалдыҡтарҙы өйөп һалыуҙы күҙ уңында тота. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыға ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүенең төп шарттары буйынса аңлатмалар кәрәк булды. – Халыҡтың именлеген тәьмин итеү маҡсатында махсус биләмә – санитар-һаҡлау зонаһы булдырыла. Үҙенең функциональ тәғәйенләнеше буйынса бындай зона штат режимында объектты файҙаланғанда халыҡтың хәүефһеҙлек кимәлен тәьмин иткән һаҡлағыс кәртә булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Ирина Тазетдинова. Эшҡыуарлыҡ сәғәте барышында проект инициаторына предприятиеның санитар-һаҡлау зонаһы проектын һәм документацияһын әҙерләргә, шулай уҡ Роспотребнадзор идаралығында килешеү үтергә тәҡдим ителде. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Яңауыл районы хакимиәте.