Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сода – иң шәп ярҙамсы!

Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып, болғатып, яйлап эсегеҙ. Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙегеҙҙе һөртөгөҙ. Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа. Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғатығыҙ. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр биш минут һайын берәр аш ҡалағы эсегеҙ Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә. Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа, бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була. Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар. Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ. Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода бөтөрә. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер. Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ. Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.