Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул оло ҡатынды бәләнән ҡотҡарған

Дежур ваҡытында сауҙа үҙәгенең банкомат зонаһын тикшергәндә, шәхси һаҡ предприятиеһының сменалағы баш хеҙмәткәре Валерий Чипизубов тулҡынланған ҡатынды күрә. Ул кемдер менән телефон аша оҙаҡ һөйләшеп, аҡса күсереү операцияларын башҡарырға тырышҡан була. Валерий Иванович шунда уҡ уның телефон аферистары йоғонтоһонда булыуын фаразлай һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Улар килгәнгә тиклем Валерий Чипизубов бер кемгә лә аҡса күсермәүҙәрен һорай. Артабан тикшереү барышында 74 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратыуы һәм булған аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәптәргә” күсерергә кәрәклеге хаҡында хәбәр итеүҙәре асыҡлана. Телефон мутлашыусыларының күрһәтмәләрен теүәл үтәп, ҡатын банкка юллана, унда һаҡламда ятҡан 500 мең һумдан ашыу аҡсаны ала. Артабан ҡатын “Үҙәк” сауҙа үҙәгенә бара, унда уға күрһәтелгән иҫәпкә аҡса һалырға теләгән. Әлеге ваҡытта был факт буйынса мутлашыуға маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко сауҙа үҙәгенә килеп, Валерий Чипизубовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.