Өфө фән һәм технологиялар университеты РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Бөтә Рәсәй «Әсәйеңә уҡырға ярҙам ит» конкурсында еңеүсе булды, һәм студенттар өсөн әсә һәм бала бүлмәһен ойоштороуға 2,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Мини-садик университет биналарының береһендә, уҡыу корпустарынана, студенттар ятаҡтарынана һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштарына яҡын урынлашасаҡ. Бүлмәнең эш принцибы - ғәҙәти балалар баҡсаһындағы кеүек, студент ата-әсәләр балаларын бер нисә сәғәткә тәрбиәсе ҡарамағына ҡалдыра ала. Шулай уҡ атайҙар бында бала менән бергә лә була ала, ә әсәйҙәр дәрес араһында сабыйҙарын ашатырға килә ала. Был уңайлыҡ менән ике-дүрт сәғәт файҙаланырға мөмкин. 15-кә тиклем балаларҙы ҡабул итергә мөмкин. Бүлмә бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырыласаҡ: бәпесте биләү өҫтәле, балалар йыһазы, уйынсыҡтар, китаптар, һүрәт төшөрөү өсөн таҡта, шарлы бассейн, бәләкәй аш бүлмәһе, һыуытҡыс, душ, бәҙрәф бүлмәләре. - Ғаилә йылында конкурста еңеү беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Беҙ студенттар араһында социаль һорау үткәрҙек, ул бындай бүлмәгә ихтыяж барлығын күрһәтте - күп кенә ғаиләле студенттар унан файҙаланырға ниәтләй. Тимәк, насар демографик хәл фонында ғаиләле студенттар бала табырға планлаштыра һәм уларҙы тәрбиәләүҙе уҡыу менән бергә алып барырға әҙер. Шуға күрә беҙҙең бурыс - уларҙы ошо яуаплы ҡарарҙа яҡлау һәм улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, – тине ӨФҺТУ ректоры Вадим Захаров. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24560/
Ғаиләле студенттар өсөн бәләкәй балалар баҡсаһы асыла
31 июля 202431 июл 2024
1 мин