Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17:00 сәғәткә ҡарата биш муниципаль берәмектәге алты хәл күҙәтеү аҫтында тотола. Тәүлек эсендә – туғыҙ хәл. Белорет районында һигеҙ йорт яны биләмәһе, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс автомобиль юлы һыу аҫтында ҡала. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында “Чайка” балалар лагерына алып барған юлды һыу баҫҡан, әле был хәл контролдә тотола. Лагерь бейектә урынлашҡан, һыу баҫыу хәүефе юҡ. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары дежур итә. Балаларҙы эвакуациялау талап ителмәй. Хәлдең яҡшырыуына бәйле Учалы, Дыуан, Мәләүез, Ҡариҙел, Бөрйән райондарының биш муниципаль берәмегендә туғыҙ хәл контролдән алынған. Ихата биләмәләре һыуҙан азат ителгән. Һыу баҫҡан күперҙәр юҡ. Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе йылғаларындағы һыу кимәле һәм һыу һаҡлағыстарынан һыуҙы ағыҙыу даими күҙәтеү аҫтында ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Өфө янындағы йылғаларҙа һыу өс метрға тиклем ҡалҡыуы ихтимал
31 июля 202431 июл 2024
2 мин