Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниндәй саралар көтөлә?

2 августа тантаналы саралар 10:00 сәғәттә Еңеү паркында, 11:15 сәғәттә “Тулҡын” паркында сәскә һалыуҙан башлана. Шулай уҡ 09:30 сәғәттә “Патриот” паркында һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары өсөн ”Геройҙар ярышы” уҙа, 10:30 сәғәттән майҙансыҡтар эшләй башлай. 12:30 сәғәттә “Первушин” пилотаж төркөмөнөң сығышы һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар башлана. Саралар бүләкләү тантанаһы һәм байрам концерты менән дауам итәсәк. Теләүселәр өсөн “Галле округы – “Патриот” паркы – Галле округы” маршруты ойошторола. Галле округы туҡталышынан автобус 11:30 сәғәттә ҡуҙғала, ә “Патриот” паркынан – 16:00 сәғәттә. Фото: baltachtan.ru