Көн һайын әллә нисәмә тапҡыр мутлашыусыларҙың халыҡты күпләп алдауы, кешеләрҙең әллә нисәмә миллионлап һум аҡсаһын заман «остап бендерҙары» ҡулына күсереүе тураһында хәбәр ителһә лә, әле һаман аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар бар. Киң мәғлүмәт саралары, төрлө ведомстволар вәкилдәре шикле кешеләрҙең шылтыратыуын инҡар итергә, төрлө смс-тар аша килгән һылтанмалар буйынса үтмәҫкә ҡушһа ла, ябай халыҡ алдаҡсылар «тоҙағы»на эләгеүен дауам итә. Мутлашыусылар йолҡлап ятмай, халыҡты алдауҙың, аҡса үҙләштереүҙең төрлө ысулдарын таба. Бөгөн ошо хаҡта «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортонда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы бүлеге етәксеһе Эдуард Ғәлиев һөйләне. Өҫтәүенә әллә нисәмә миллион һумға кредит алып, был аҡсаны шикле иҫәптәргә күсереүен дауам итәләр. Бынан тыш, яҡын кешегеҙҙең юл-транспорт фажиғәһенә эләгеүе тураһында хәбәр итеп, аҡса таптырыуҙары ихтимал. Ошондай һәм башҡа шикле осраҡтарҙа яҡын кешеләрегеҙгә шылтыратып, хәлдең асылын белешеүегеҙҙе һорайбыҙ. Был осраҡта мутлыҡ «ҡ