Башҡортостанда 1 августан “Башҡортостан брендтары” телешоу-конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башлана. Унда креатив индустрия тармағында эшләгән, ҡулланыусылар тауарҙары һәм аҙыҡ түлек етештереү буйынса төбәк брендтарын алға әйҙәгән эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр бушлай ҡатнаша ала. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) башҡарыла. - Ғәҙәттә, бәләкәй предприятиелар, шулай уҡ үҙмәшғүлдәргә киң мәғлүмәт сараларында үҙҙәренең продукцияһын рекламалау өсөн финанс ресурстары сикләнгән. Телепроект тап ошо проблеманы хәл итергә ярҙам итә. Төбәктең мәғлүмәт майҙанында ҡатнашыусыларға үҙҙәренең тауарҙарын һәм брендтарын күрһәтергә мөмкинлек буласаҡ, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл төп иғтибар креатив индустрия, төбәк брендтары, тауар етештереүсе йүнәлештәрен популярлаштырыуға йүнәлтелә. Телешоу-конкурс бер нисә этапта уҙғарыласаҡ. Тәүгеһендә электрон формала ғаризалар ҡабул ителә, икенсе этапта асыҡ онлайн-тауыш биреү уҙғарыла, уның һөҙөмтәһендә 12 кеше ярым финалға һайлап алынасаҡ. Өсөнсө этап БЮТ телеканалында үтәсәк, унда ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, һынауҙар, уйындар көтә. Улар араһында жюри өс еңеүсене һайлап аласаҡ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. .