ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Александр Матросов исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркы халыҡтың яратып йөрөгән урыны. Был паркта әллә күпме быуын сабыйҙар үҫкән. Шуға ла уның заманса, матур булыуы ишембайҙар өсөн бигерәк тә мөһим. Республика етәкселеге лә ҡала, ауылдарҙың үҫешен күҙаллағанда уларҙың тышҡы йөҙөнә иғтибар биреү кәрәк тигән талап ҡуя. Был йәһәттән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты уңышлы эшләй. Уға ярашлы, 2019 йылдан республикабыҙҙа 683 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде, уларҙың 123-ө былтыр башҡарылған. Ишембайҙың да тышҡы йөҙө йылдан-йыл матурлана. Һуңғыларына күҙ һалғанда, Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙаны ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан Мәҙәниәт һәм ял паркында ла ҙур эштәр ҡуҙғатылған. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Күсәрбаев билдәләүенсә, паркта төҙөкләндереү саралары былтыр башланған. Был эштәр ике программа буйынса алып барыла. Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында еңеү һәм ”Уңайлы ҡала м