Быйыл ямғырлы йыл булғас, кемдер бәшмәк йыйырға урман-ҡырҙарға сыҡһа, ә бына Темәс ауылында йәшәгән йүнселдәр Фирүзә менән Владислав Марковтар үҙҙәрендә тупырлатып шампиньондар үҫтерә. Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып аҡ көләпә бәшмәген үҫтереүселәр менән беҙ ҙә яҡындан танышырға булдыҡ. Мотлаҡ бәшмәк үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән 78 кв. метрлыҡ бинала электр уты һәм һыу үткәрелгән. Һауаның дымлылығы һәм йылылыҡ режимы ла контролдә тотола. Бәшмәктәрҙең өлгөрөүе өсөн бында тейешле шарттар булдырылған. Марковтарҙың шампиньондар үҫтереү теләге уйламағанда килеп сыға. Былтыр Яңы йыл байрамдар алдынан ғаилә саҡырылған ҡунаҡтарға өҫтәл әҙерләү өсөн магазиндар буйлап аҡ көләпә эҙләп мәж килә. Байрам алдынан булғанғамы, әллә һатыуҙа аҙ килтерелгәнме, хужабикәгә кәрәкле бәшмәк табылмай. Яңы йыл байрамдары көнөндә улар шампиньон үҫтереү, уны нисек тәрбиәләү буйынса интернетта төрлө яҙмаларҙы өйрәнә, үҙҙәре ултыртып ҡарау теләге менән янып китә. Ғаилә башлығы бер тоҡ бәшмәк алып, уны үҫтереп ҡарай