Өләсәйемә ваҡыт табып, йышыраҡ барырға, күңелен күрергә тырышам. Яңғыҙлыҡтан эсе бошалыр кеүек. Уның эргәһенә хәл белешергә килгән кешеләр һирәгәйҙе шул. Күршеһендә йәшәгән Мәхүбә һәм Әсмә исемле әхирәттәре лә гүр эйәһе булғас, үҙ эсенә бикләнеп, кеше менән аралашмаҫ булды. Яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһы көслө кешеләрҙе лә аяҡтан йыға, ә һикһәнде ҡыуған өлкәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Был килгәнемдә өләсәйем менән иркенләп, яйлап сәй эсеп алғандан һуң күңелебеҙҙе рәхәтләнеп бушаттыҡ, мәле еткән булғандыр, күрәһең. Ул да асылып китте, дыуамал йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. – Эй, ҡыҙым, йәш саҡта матур ҙа, йылғыр ҙа, уңған да булаһың. Минең тиктормаҫ, аралашыусан холҡомдо белгән атай-әсәйем “был “ут бөрсәһе” өйгә йоҡманы инде” тип һуҡранып та ала торғайны. Әхирәттәрем быуа быуырлыҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ, бүлешеп серҙәребеҙ бөтөрлөк түгел. Тик яйлап уларҙың ҡайһы берҙәре “иләктән иләнеп”, аҡрынлап юғала барҙы, – тип ауыр һулап ҡуйҙы өләсәйем. – Ҡалағ