“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Борай районының спорт ветерандары Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһында көмөш миҙал яуланы! Спорт ярыштары Нефтекама ҡалаһында уҙҙы, унда 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Өс көн дауамында бөтә республиканан егерме биш команда һигеҙ спорт төрөндә көс һынашты: дартс, ГТО нормативтары, өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, пуля менән атыу һәм ҡатнаш эстафета. Марат Хәйруллин, Ринаф Хөснөтдинов, Айҙар Мөслимов, Рәсимә Таһирова, Рәмзиә Тазетдинова, Фәрит Ситдиҡов, Флүрә Ғабдуллина, Әнифә Ғилемшина һәм Валерий Шәриповтан торған Борай районы командаһы ауыл райондары араһында, Краснокама районы спортсыларынан ғына ҡалышып, икенсе урын яуланы. – Борай спорт ветерандарын Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһында яулаған көмөш миҙалдары менән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, – тинеләр район хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.