Найти в Дзене

Шишмә фермерҙары етештереү күләмен арттырырға ниәтләй

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Еңел старт һәм бизнесты алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостандың Шишмә районында аҙна һайын эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрелә. Бер нисә йыл йәшелсәселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ сәғәте сиктәрендә мәғлүмәти һәм милек ярҙамы һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. 2023 йылда фермерҙар шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса уҡыу үткән. Программала ҡатнашыу теплицаның майҙанын ике тапҡырға тиерлек, 420 квадрат метрға тиклем арттырырға мөмкинлек биргән. Йылытылған теплица ҡыяр үҫтереү өсөн файҙаланыла. Уны урындағы халыҡҡа һаталар. Ихтыяж артыуына бәйле производствоны киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әле инвесторҙар етештереү күләмен арттырырға һәм ассортиментты киңәйтергә планлаштыра. Был маҡсатта уларға өҫтәмә ер участкаһы кәрәк, унда йәшелсә, ер еләге үҫтереү күҙ уңынд

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Еңел старт һәм бизнесты алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостандың Шишмә районында аҙна һайын эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрелә. Бер нисә йыл йәшелсәселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ сәғәте сиктәрендә мәғлүмәти һәм милек ярҙамы һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. 2023 йылда фермерҙар шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса уҡыу үткән. Программала ҡатнашыу теплицаның майҙанын ике тапҡырға тиерлек, 420 квадрат метрға тиклем арттырырға мөмкинлек биргән. Йылытылған теплица ҡыяр үҫтереү өсөн файҙаланыла. Уны урындағы халыҡҡа һаталар. Ихтыяж артыуына бәйле производствоны киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әле инвесторҙар етештереү күләмен арттырырға һәм ассортиментты киңәйтергә планлаштыра. Был маҡсатта уларға өҫтәмә ер участкаһы кәрәк, унда йәшелсә, ер еләге үҫтереү күҙ уңында тотола. Фермерҙар продукттың юғары сифатына һәм экологик таҙалығына баҫым яһай. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Шишмә районы хакимиәте.