Махсус хәрби операция бына инде ике йылдан ашыу бара. Был ваҡыт арауығында Рәсәй генә түгел, тотош донъя кимәлендә мөһим ваҡиғалар теркәлә. Әммә ошо масштаблы алыш барған ваҡытта, һәр рәсәйленең, һәр милләттең үҙ-ара берҙәм һәм дәррәү булыуы үҙе үк оло еңеү. Һәр өлкәнең, һәр республиканың төпкөл ауылдарына тиклем ситтә ҡалмай, хәленән килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә – махсус хәрби операциялағы еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Был осраҡта, Бөрйән районы халҡы ла Ватан алдындағы үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға мөмкин булған тиклем ярҙам күрһәтергә тырыша улар. Район халҡы исеменән йыйылған гуманитар ярҙам менән бөгөнгә тиклем һигеҙ ылау оҙатһалар, почта аша - ике тапҡыр, такси менән - алты мәртәбә, ә юлайҡан машина менән бишенсегә ярҙам ебәргәндәр. Ә иһә Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов үҙе дүрт тапҡыр гуманитар ярҙам алып барып ҡайтҡан. – Һәр сәфәрҙән ике яҡлы тойғо менән ҡайтыла. Бер яҡтан, мобилизацияланған булһынмы, үҙ ирке менән барһынмы – үҙ бурыстарын лайыҡлы рәүештә үтәгән райондаштарыбыҙ өсөн ғорурланыу тойғоһо кисерәм. Икенсе яҡтан – улар өсөн борсолоу. Егеттәр менән осрашҡан ваҡытта, улар унан алда ғына булып үткән хәүефле ваҡиғаларҙы һөйләйҙәр һәм уларҙың ғүмере өсөн борсолоһың. Шул уҡ мәлдә, әйтергә кәрәк, өйҙә көтөп ҡалғандарға ла еңел түгел, бигерәк тә билдәһеҙлектә көтөүе һәр ваҡыт ауыр. Яугирҙәребеҙҙең имен-һау йөрөүен, тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – тип уртаҡлашты ул үҙенең сираттағы сәфәренән ҡайтҡас. – Беҙ алып барған әйберҙәр, күстәнәстәр уларға туғандары, яҡындары менән бәйләнеште нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Яҡындарының үҙ ҡулы менән, күңел йылыһын биреп әҙерләгән бәләкәй кенә күстәнәс тә егеттәрҙе ҡыуандыра. Ошо ярҙам уларға яңы көс, рухи ныҡлыҡ бирә, беҙҙең уларҙы онотмауыбыҙҙы, улар менән бергә икәнлекте еткерә. Махсус хәрби операция биләмәһенә барған һайын үҙемде ошо мөһим аралаларҙы яҡынайтыусы итеп хис итәм. Ошо гуманитар ярҙам эсендә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға райондан 13 автомашина, дүрт тәгәрмәсле мунса, ике палатка-мунса һәм дрондар, антидрондар, бензогенераторҙар, бысҡылар, 200-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре, газ мейесе, газ баллондары, буржуйка мейестәре, меңгә яҡын окоп шәмдәре, тепловизорҙар, машинаға двигатель, запас частар, покрышкалар, таҡта, кейемдәр, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр оҙатылған. Район хакимиәте башлығы, райондың ветерандар советы яугирҙәр менән даими бәйләнештә булып, улар һораған кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып ебәреүҙе тиҙ арала ойоштороп торалар. Фотолар: Бөрйән районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.