Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҡъяр почтальонын Мәскәүҙә лә беләләр!

Аҡъяр почта элемтәһе бүлексәһенең пенсия таратыу буйынса участкаһының 1-се класлы почтальоны Лилиә Әминева юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттарынан наградланған берҙән-бер почтальон. “Йылдың иң яҡшы почтальоны” дипломын һәм Почет грамотаһын уға “Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Волков тапшырҙы. Аҡъяр ауылынан пенсия таратыу участкаһы почтальоны Лилиә Йәнсаф ҡыҙын Хәйбуллала барлыҡ хаҡлы ялдағылар белә тиһәм, һис арттырыу түгел. Райондың һәр ауылында пенсия таратҡан көндө көтөп алалар уны. - Берәй ауылға килеп инеүебеҙ була, сәпиткә атланған бәләкәй генә балаларға тиклем танып, “Өләсәй, ҡартатай, пенсия килде”, тип һөйөнсөләп, өйҙәренә йүгерәләр. Ололарға уңайлылыҡ маҡсатында тауар һатабыҙ, йәғни көнкүреш тауарҙары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тә алып киләбеҙ. Магазинға барырға, ауыр күтәреп йөрөргә түгел тип, уныһына ла бик шат улар. Ғөмүмән, пенсия таратыу участкаһында дүрт почтальон график буйынса эшләй. Һәр кемдең үҙ тәғәйен участкаһы бар. Аҡсаға бәйле булғас, эшебеҙ яуаплы ла, хәүефле лә, - тине Лилиә Әминева. Лилиә Йәнсаф ҡыҙы 20 йылға яҡын почта тармағында эшләй. Үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡараған, яҡшы күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙең абруйы ҙур. 2019 йылда ул Өфө ҡалаһында тәбрикләнеп, Башҡортостандың иң яҡшы почтальоны тип таныла. Ә быйыл иһә “Рәсәй почтаһы”ның һөнәри байрамы айҡанлы, юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн Мәскәү ҡалаһына саҡырыу ала. --Республика райондарынан бер үҙем генә булдым. Беҙҙе Рәсәйҙең баш ҡалаһында бик йылы ҡаршы алдылар, ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Мәскәү йылғаһы буйлап теплоходта экскурсия бик оҡшаны. Башҡаланы күреү ҙур тәьҫорттар ҡалдырҙы. Ә тәбрикләү тантанаһы юғары кимәлдә үтте. “Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Волков “Йылдың иң яҡшы йыл почтальоны” Дипломын һәм Почет грамотаһын тапшырҙы. Эшемде бик яратам. Әле отпуск ваҡытында уҡ эшкә сығыр көндәремде һанайым. Оло быуын да һағынып өлгөргән, әле урамда осрағандары ҡосаҡлап алдылар. Ә эшләр өсөн беҙҙең почта бүлексәһендә бөтә шарттар бар. Быйыл капиталь ремонт үтте, бөтә уңайлыҡтар булдырылды, тырышып эшләргә генә ҡала. Коллектив татыу, барыһы ла эш тиеп янып тора,--ти тәжрибәле почтальон. Лилиә һәм Әсхәр Әминевтарҙың ғаилә “стажы” 34 йыл. Әсхәр Айҙар улы Һамар башҡорто. Хәйбулла районында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеү башланғас, уның ата-әсәһе беренсе сиҙәмселәр булып эшкә килә. Әсхәр иһә Сиҙәм ауылында тыуып үҫә. Ул 47 йыл водитель булып эшләй. Оҙаҡ йылдар тау-руда компанияһында ҡеүәтле “БелАЗ” техникаһын йөрөтә. Әминевтар Альбина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Альбина 2-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумында ветеринар һөнәрен ала. Артабан К.И.Скрябин исемендәге Мәскәү Ветеринария академияһында белемен камиллаштырып, бөгөнгө көндә Башҡорт ғилми-производство ветеринария лабораторияһында ветеринар табип-бактериолог булып эшләй. “Тормошомдан һәм эшемдән уңдым”,--ти Лилиә ханым. Ысынлап та, бына тигән йорт һалып сыҡҡан күркәм пар бәрәкәттә йәшәй. Оҫта ҡуллы Әсхәр Айҙар улы йортон нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем үҙе төҙөй. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Ә Лилиә Йәнсаф ҡыҙы йәй буйына бройлер тауыҡтары, өйрәк үҫтерә, тауыҡтар тота. Баҡсаларында нимә генә юҡ, барыһы ла мул уңыш бирә. Төрлө сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Хеҙмәт уңыштары Рәсәй кимәлендә данланған Аҡъяр почтальонына артабанғы уңыштар юлдаш булһын. Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" Авторы- Мәрйәм Иманғолова