Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ир яңылыш ҡулын ҡырҡа

Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы табиптары пациенттың болгарка ҡорамалы менән йәрәхәтләнгән ҡулын һаҡлап ҡала алды. 37 йәшлек ир шаңҡыған хәлдә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының ҡабул итеү бүлексәһенә килтерелә. Күп ҡан юғалтҡан була. Участкаһында эшләгәндә техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә яңылыш болгарка менән ҡулын йәрәхәтләй. Хирургтар ашығыс рәүештә операция үткәрә, беләк артерияһындағы яранан аҡҡан ҡанды туҡтата. Ҡан ағымын тергеҙеү өсөн тамыр протезы сифатында пациенттың ҡан тамыры файҙаланыла. Был ҡарар ҡан әйләнешен көйләргә һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметергә ярҙам итә. Операция уңышлы үтә, табиптар пациенттың ҡулын һаҡлап ҡала, етди өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй. Был осраҡ тағы ла бер тапҡыр эш ҡоралдары менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген раҫлай. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.