Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лилиә Ишемйәрова үҙенең йәш булып ҡалыу серен асты

– Был төнәтмәне күптән эшләйем һәм файҙалы икәнен беләм. Ул ҡан тамырҙарын киңәйтә, оҙайлы гастролдәрҙән һуң тиҙ арала хәл йыйырға, йоҡоно яйға һалырға ярҙам итә, – ти йырсы. Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова – башҡорт эстрадаһының иң күп сығыш яһаусы һәм йыш гастролгә сығыусы йырсыларының береһе. Өҫтәүенә өс бала әсәһе лә ул. Күптән түгел ейәне менән төшкән фотоһын күреп, сәхнә йондоҙоноң өләсәй булыуына күптәр ышанманы. Һәр ваҡыт һомғол, йәш булып ҡалыу серен йырсы социаль селтәрҙәге дуҫтарына ла асты. Ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына ҡаршы төнәтмә өсөн бына нимәләр кәрәк: 100 миллилитр эвкалипт төнәтмәһе, 100 миллилитр бесәй үләне (валериана) төнәтмәһе, 100 миллилитр арыҫлан ҡойроғо үләне (пустырник) төнәтмәһе, 100 миллилитр энәлек төнәтмәһе, 50 миллилитр дөрдөр сәскәһе (пион уклоняющийся) төнәтмәһе, 50 миллилитр бөтнөк үләне (мята перечная) төнәтмәһе, 10 бөртөк ҡәнәфер (гвоздика), бер аш ҡалағы бал, бер ҡап кипкән имбир онтағы (10 грамм). Ошоларҙың барыһын да ҡараһыу төҫтәге шешәгә ҡойоп, 25 көн буйы төнәтергә, даими рәүештә һелкетеп торорға кәрәк. Әҙер булғас, төнәтмәне һөҙөргә һәм тамсылап ағыҙа торған бәләкәй шешәләргә ҡойорға. Иртәле-кисле 25-әр тамсы эсергә. Бер ай буйы ҡабул итергә мөмкин. – Һәр беребеҙҙең организмы үҙенсәлекле, миңә ярҙам иткән төнәтмәнең кемгәлер килешмәүе ихтимал. Шуға күрә табип менән кәңәшләшеп кенә эш итегеҙ, – тип иҫкәртә йырсы. Фотолар Лилиә Ишемйәрованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.