Матур биҙәлгән, төрлө уттар йымылдаған йорттарға күҙ һалды ла Мәрйәм, кире үҙ өйөнә ҡарай атланы. Ҡасандыр ире менән, ҡала ситенән булһа ла, йорт һатып алғайнылар, уны сыньяһау иткәйнеләр, тик хәләле үҙ өйөндә оҙай йәшәй алманы шул, ҡаты сир уны яҡты донъянан бик иртә алып китте. “Ярай, ҡатын, торлаҡ һатып алып өлгөрҙөк: берҙән-бер ҡыҙыбыҙ, беҙҙең кеүек йәш саҡтан мөйөштән-мөйөшкә йөрөп, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәп миктәмәҫ”, – тип әйткән ине ире Мәрйәмдең. “Их, Марат, тағы аҙ булһа ла йәшәмәнең бит. Бынау байрамды ла бергә ҡаршылар инек. Ней ҡыҙым да күренмәй, хәлде лә килеп белмәй. Яңы йыл алдынан килеп күренһә була бит инде...” Тик ҡатын тимер ҡапҡаһының ишеген дә асып өлгөрмәне: “Туҡтағыҙ әле, көтөп тороғоҙ...” – тигән тауышты ишетте. Машинанан сыҡҡан иргә күҙ һалғас: “Һеҙгә кем кәрәк? Берәй адресты эҙләйһегеҙме әллә?” – тип һораны ҡатын. “Миңә Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы кәрәк ине..” – тип һораны таныш булмаған әҙәм. “Мин булам. Ә һеҙ кем һуң?” – тип аптырап ҡараны ла Мәрйәм, был ирҙ