Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала БРИКС сиктәрендә юғары аудит органдары башлыҡтарының дүртенсе йыйылышында Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Борис Ковальчук менән осрашты. Билдәләп үтәйек, 2024 йылдан Рәсәй халыҡ-ара берекмәнең рәйесе булып тора. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы республиканың Рәсәй Иҫәп палатаһы менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. – Беҙ палата менән төрлө мәсьәләләр буйынса тығыҙ эшләйбеҙ, тәҡдимдәрегеҙгә иғтибар итәбеҙ, отчеттарҙы һәм аналитиканы иҫәпкә алабыҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Дәүләт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Бюджет финанстары илде, республиканы үҫтереү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өҫтөндә адреслы эшләһен өсөн. Иҫәп палатаһы рәйесе үҙ сиратында тотороҡло үҫеш көн тәртибен тормошҡа ашырыуҙа төбәктәрҙең мөһим ролен билдәләне, шулай уҡ Өфөлә БРИКС-тың юғары аудит органдары башлыҡтарының сираттағы осрашыуын үткәреүҙ
Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Борис Ковальчук менән осрашыу
30 июля 202430 июл 2024
1 мин