Байкал күле буйында үткән "Сөнки беҙ бергә" тип аталған Бөтә Рәсәй профсоюздарының туристик слетында бөтәһе 17 команда һәм 250 кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан медиктарының йыйылма командаһы был ярышта өсөнсө урын яулаған. Йыйылма команда составында Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙары - Салауат Иҙрисов менән Динислам Ҡарамурзин да бар ине. Улар икеһе лә волейбол менән шөғөлләнә, ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булған, туризм менән мауыға. - Беҙ тәүге тапҡыр туристик ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, күп һынауҙар беҙҙең өсөн яңы ине. Минең өсөн иң иҫтә ҡалғаны ишкәк менән катамарандарҙа йөҙөү һәм контроль туристик маршруты үтеү булды, - ти Салауат Иҙрисов. - Беҙ һыу туризмында икенсе урын алдыҡ, контроль-турист маршрутында беренсе булдыҡ. Һөҙөмтәлә, дөйөм команда менән өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Байкал күленең иң матур урынында палаткаларҙа йәшәнек. Сибай ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз союзы рәйесе Басир Шәрипов: “Шуныһы ҡыуаныслы, тармаҡ профсоюздары сәләмәт йәш