Бауырһаҡ өсөн йомортҡаларҙы аҙналар буйы тундырып һалып ҡуям, һәр ваҡыт әҙер ятһын өсөн йомортҡаларҙы һатып алыу менән бер-нисә унарлығын туңдырғысҡа оҙатам. Иртәгә бауырһаҡ бешерәм тигән кисте күпме кәрәк шул сама йомортҡаны иретергә сығарып ҡуйырға кәрәк . Бының өсөн туңған йомортҡаның тышын һыу аҫтында тотоп әрсейем , иреп һыуы аҡмаһын өсөн тәрилкәгә һалып ҡуям. Бауырһаҡ өсөн мин биш туңған йомортҡа алдым, иртәгеһенә торғас ирей биргән йомортҡаларҙы оҙаҡ ҡына итеп миксерҙа әйләндерергә ҡуйҙым, яҡынса ун минут әйләндерҙем йомортҡа бөтөнләй тигеҙ булып сыҡҡансы, артабан инде ике сей йомортҡаның һарыһын ҡушып тағы ла миксерҙа әйләндереүҙе дауам итергә. Ҡамырға бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға, семтем тоҙ һәм сәй ҡалағы осонда ғына соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалырға, тағы ла болғатабыҙ. Әҙләп - әҙләп иләнгән он ҡуша барып үтә ҡаты ла, шулай уҡ шыйыҡ та булмаған ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йомортҡа ҙурлығында киҫәктәргә бүлеп онло ҡулда әллә ни нәҙек итмәй оҙонса бауҙар эшләп сығырға