Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яңырыу еле” Баймаҡҡа яңы һулыш өрҙө

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ, "БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" Көндән-көн Баймаҡ ҡалаһының төҙөк һәм матур була барыуына баймаҡтар ҙа, ҡала ҡунаҡтары ла иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Урамдар төҙөкләндерелә, ихаталар яңыра, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, иң мөһиме – йәшәү өсөн ҡала халҡына уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирергә, муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы йөҙөнә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген даими рәүештә иҫкәртә килә. Парктар төҙөкләндерелә Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2020 йылда Баймаҡ ҡалаһы “Баймаҡ. Яңырыу еле” проекты менән “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү” Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. Ике йыл дауамында ҡаланың үҙәк майҙаны танымаҫлыҡ итеп төҙөкләндерелде һәм ҡала халҡының ғына түгел, район ҡунаҡтарының да ял итеү урынына әүерелде. Баймаҡ ҡалаһы мэры Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу ике этапта башҡарылған. Эштәр федераль, республика һәм хәйриә фонды ярҙамында атҡарылған. - Проект сиктәрендә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәштек: ҡаланың яңы йәмәғәт киңлектәре селтәрен, "Башҡорт ихаталары"н, 3-сө мәктәп янындағы яңы скверҙы, “Баймаҡтың алтын ҡулсаһы” йәйәүлеләр зонаһын, йәштәр аллеяһын һәм “Дельпицца” кафеһы эргәһендәге фудкортты бәйләгән абсолют яңы үҙәк майҙан булдырылды, - ти Радмир Фитрат улы. Проект биләмәһендә төрлө комбинациялы өс яҡтыртыу тибы билдәләнгән. Аҫтан юлдарҙы һәм ағастарҙы яҡтыртҡан локаль ҡулайламалар, парк зоналары, майҙансыҡтар, ял итеү урындары өсөн уртаса бейеклектәгеләре һәм транзит биләмәләре өсөн бейек, һәләтле урам фонарҙары ҡуйылған. Бетондан эшләнгән амфитеатрҙа кешеләр үҙ-ара аралаша, теләгәндәр ял итә, уҡый, тирә-яҡты күҙәтә ала. Барлыҡ төҙөкләндереү элементтарының һаҡланыуын тәьмин итеү маҡсатында ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән бәйләнеш булдырылған һәм тауыш колонкалары булған яңы видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Хәйриә фонды аҡсаһы иҫәбенә майҙандың үҙәк өлөшөндә төрлө төҫтәр менән һуғарылған, айырыуса кисен матур күренгән яңы ҡоро фонтан төҙөлгән. Уның янында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына хәбәр итеү системаһы аша трансляцияланған күңелгә яҡын йырҙар тыңлап, мәҙәни ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Яҙ айынан үҙәк майҙандың юғары ярусында рулонлы газондан бик күп йәшел зоналар барлыҡҡа килгән. Былтыр бында ҡаланы йәшелләндереү маҡсатында үҫемлектәр ултыртылған, улар төбәктең климат шарттарын иҫәпкә алып һайланған. Миләш, декоратив муйыл ағастарынан тыш, кедр үҫентеләре лә бар. Әгәр ҙә кедр ағастары Баймаҡ тупрағын үҙ итеп, үҫеп китһә, киләсәктә уларҙы күпләп ултыртыу күҙаллана. Үҫемлектәргә, сәскәләргә һәм ағастарға даими һыу ҡойоп тороу өсөн яңы һуғарыу системаһы төҙөлгән. Үҙәк майҙандың төп биҙәге булған сәхнә-арка сафҡа инеү менән бер нисә мәҙәни сара ойошторолған. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте бинаһы артындағы биләмә уңайлы күп функциялы ҡала баҡсаһына әйләндерелгән. Бында фотосессиялар, ландшафт фестивалдәре, экологик һуҡмаҡ буйлап сәйәхәттәр, өҫтәл уйындары (шахмат һәм шашка) үткәрергә мөмкин. Киң плитәләрҙән торған тротуарҙар буйлап ҡала баҡсаһынан бер-бер артлы һаҡсылар кеүек теҙелгән ҡарағастар уртылтылған йәйәүлеләр өсөн юлдар ҡунаҡтарҙы Иван Пименов урамындағы аллеяға, ҡаланың ял паркы менән тоташтырған урамға, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һарайына алып бара. Шулай уҡ ҡалала”Ирекле яр" проекты сиктәрендә яңыртыласаҡ Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында эштәр башланған. Уның концепцияһы 2023 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе тип табылған. Был - ҡала биләмәһендә ошондай күләмдәге берҙән-бер йәшел зона. Парктың дөйөм майҙаны 6,3 гектар тәшкил итә, шуның 2,3 гектарын яңыртырға ниәтләйҙәр. Бында паркка инеү урыны яңыртыласаҡ, йәйәүлеләр юлдары, спорт һәм балалар өсөн уйын комплекстары, сәхнә, Таналыҡ йылғаһын күҙәтеү майҙансығы, яр буйы зонаһы йыһазландырыласаҡ. Йәмәғәт киңлеге башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен һәм йолаларын иҫәпкә алып төҙөкләндереләсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 72,4 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Быға өҫтәмә рәүештә республика паркты яңыртыуға - 29 миллион һум, ә муниципалитет тағы өс миллион һум йүнәлтәсәк. Баймаҡ лицей-мәктәбендә эш ҡайнай Һанаулы ғына көндәрҙән уҡыусылар йәнә парта артына ултырасаҡ. Әле район мәктәптәрендә ремонт эштәренең ҡыҙған мәле. Быйыл ул “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә атҡарыла. 2022 йылда ҡаланың 3-сө һәм Темәс ауылы урта мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнһә,2023 йылда ошо уҡ программа буйынса дүрт мәктәптә, атап әйткәндә,ҡаланың 1-се мәктәбендә, 4-се лицейҙа, Ниғәмәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һәм Беренсе Төркмән урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ремонт эштәре атҡарылды. Быйыл иһә ошондай уҡ капиталь ремонт эштәре Баймаҡ лицей-интернаты бинаһында үткәрелә. Төҙөүселәр мәғариф учреждениеһы бинаһын үҙгәртеп ҡороуға май башында уҡ тотонған. “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһына ярашлы, белем усағында капиталь ремонт ҡына үтеп ҡалмай, ә яңы йыһаздар һатып алына, педагогик коллективтың квалификацияһын күтәреүгә, уҡытыусыларҙың яңыса белем биреүенә тиклем төрлө йүнәлештә маҡсатлы эш алып бырыла. Лицей-мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Илнур Дәүләткилдин белдереүенсә, объектта эш ҡыҙыу бара, бөтәһе 60 кеше эшләй. Уҡыу йылы башланыуға, 30 августа, объектты тулыһынса тапшырырға тейештәр. “Ҡыҫҡаһы, бина үҙе ҡала, ә ҡалғаны – үҙгәрә. Уҡыусылар үҙ кластарына киләсәк, ләкин инде өр-яңы яңыртылған мәктәпкә”, - ти Илнур Дәүләткилдин. Ысынлап, төҙөлгәндән алып бер ниндәй капиталь ремонт күрмәгән лицей-интернат өр–яңы төҫ аласаҡ, заман талаптарына яуап бирерлек белем усағына әйләнәсәк. Был инде уҡытҡан уҡытыусының да, белем алған уҡыусының да иң ҙур хыялы. Әйтергә кәрәк, һуңғы биш йылда республика мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешә һәм Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә инде. Был хаҡта быйыл февраль айында Мәскәүҙә үткән “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында белдерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был һөҙөмтәләрҙе “был өлкәлә комплекслы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла” тип аңлатты. Тиҙҙән Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн өр-яңы капиталь ремонт үткән белем усағы ғына түгел, ә яңы мөмкинлектәрҙең булыуы менән һоҡландырған заманса уҡыу йорто сафҡа инәсәк. “Башҡорт ихаталары” ҡалаға йәм өҫтәй “Башҡорт ихаталары” программаһы ҡаланың йөҙөн яҡшыртыуға, уны төҙөкләндереүгә ярҙам итә. Тап ошо программа арҡаһында Баймаҡ икенсе һулыш алды. Ҡасандыр совет осоронда төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, йәмһеҙләнеп ҡалған ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә уның әһәмиәте ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙа тәртипһеҙ рәүештә йәйелеп үҫкән ағастар ҡаланың йөҙөн биҙәмәй, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа ҡаланың Юбилей урамындағы 3-сө һәм Әлибаев урамындағы 53-сө “а”, 57-се күп ҡатлы йорт ихаталары төҙөкләндерелгән. Был маҡсатта 14 миллион һум аҡса тотонолған. 2021 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 36 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уның ярҙамында Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се һәм 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө күп ҡатлы йорттары ихаталары төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ Әлибаев урамының 55-се, Салауат Юлаев проспектының 1-се һәм 1-се “а”, Еңеү урамының 1-се, 3-сө һәм 3-сө “а”, 7-се күп ҡатлы йорттары янында ыңғай үҙгәрештәрҙе күрергә мөмкин. “Башҡорт ихаталары” программаһы халыҡ өсөн эшләһә лә, уның биләмәһендә йәшәүселәрҙән яңы төҙөлгән объекттарға, уйын һәм ял майҙансыҡтарына хужаларса ҡараш талап ителә. Һәр нәмәне үҙ мөлкәтең кеүек ҡәҙерләп файҙаланғанда ғына уның оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итәсәге бер кемгә лә сер түгел. Фотолар: Дмитрий Фадеев һәм асыҡ сығанаҡтан алынды.