«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры үтәсәк. Эльбрус Ниғмәтуллин хәбәр итеүенсә, турнир Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Рәсәйҙән иң көслөләрҙең топ-10 исемлегенә ингән 12 профессиональ атлетты берләштерәсәк. Спортсылар араһында: * Ҡырғыҙстандан мас-рестлинг буйынса донъя чемпионы Мөхәмәт-Али Токтоматов; * стронгмен буйынса донъя чемпионы Белгородтан Давид Шамей, ул 8 июлдә генә яңы донъя рекорды ҡуйҙы - 151 килограмм ауырлыҡтағы гантелде күтәрҙе; * Мегиондан (Ханты-Манси автономиялы округы) стронгмен буйынса Донъя кубогын яулаусы Валерий Савин; * Һарытауҙан 2019 йылда АҠШ-тағы Arnold Сlassic көс экстримы буйынса турнир еңеүсеһе Евгений Гавриленко. Программала- баһадирҙар эстафетаһы, «Батыр тотоуы», «Конан тәгәрмәсе» күнегеүҙәре, суҡмар ырғытыу, вертикаль күтәрелеү һәм башҡалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡорт аты" 15-16 августа Баймаҡ районында үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма аша белә алаһығыҙ: https://vk.com/bashkortat