Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеү паркынан халыҡ өҙөлмәй

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ Армияла саҡта Вельск ҡалаһының (Архангел өлкәһе) Еңеү паркына йыш алып бара торғайнылар. Беҙ, һалдаттар, ундағы танк, БТР, БМП һымаҡ хәрби техниканы ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарҙың исем-фамилиялары менән таныштыҡ, айырыуса почетлы ҡарауылда баҫып тороу маҡтаулы һаналды. "Беҙ – ил һаҡсылары!" тип ғорурландыҡ. Шул уҡ ваҡытта бындағы тәртипкә хайран ҡала инек. Бер ниндәй сүп үләне күрмәҫһең, тротуар һеперелгән, хатта йыуылған тигәндәй, газондағы сәскәләр күҙҙең яуын ала. Улай ғына ла түгел, ҡасан барһаҡ та, унда халыҡты күп осраттыҡ. Ҡарлыхан ауылындағы Еңеү паркына аяҡ баҫҡанда бына ошолар – алыҫ үткәндәр ирекһеҙҙән иҫкә төштө, кино таҫмаһылай күҙ алдынан үтте. Шуға ҡыуаным, бында ла тәртип һәм таҙалыҡ, олоһо ла, кесеһе лә тыныс тормошобоҙ өсөн яу яланында башын һалғандарға оло хөрмәт менән ҡарай. Әйткәндәй, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы булып эшләй башлағандан алып, халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыуға, кешеләрҙең ялын файҙалы үткәреүгә төп иғтибарын йүнәлтте. Ул белдереүенсә, муниципалитеттарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырғанда ауылдар тураһында ла уйларға кәрәк. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки күркәм йәмәғәт киңлектәре халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға туранан-тура бәйле. Ул үҙенең эсенә икенсе һулыш бирелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял урындарын, яҡшы итеп үҫеш алған инфраструктураны һәм башҡаларҙы ала. Ысынлап та, 2019–2024 йылдар һуҙымында республикабыҙҙың ауылдарында йәмәғәт киңлектәрен тәртипкә килтереү һәм уларҙы күркәмләндереү йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарылды. Шул иғтибарға лайыҡ, күп проекттар федераль аҡсалар йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла республикабыҙҙың идара итеү командаһының ең һыҙғанып эшләүе һөҙөмтәһе. Ҡарлыхан – ыҡсым ауылдарҙың береһе, ә инде ундағы Еңеү паркын төҙөкләндергәс, ул икеләтә күркәмләнде, ситтән килеүселәр бермә-бер артты. Уны оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй, ауыл хакимиәте эргәһендә балҡып күренеп ултыра. Ҡарлыхандағы парк "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы төҙөлгән. Халыҡ проект тураһында ишетеү менән уны күтәреп алған, уға үҙҙәренән аҡсалата өлөш индергән. Ҡарлыхан ауыл биләмәһе башлығы Сергей Токаревтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория һәм клуб бар, уларға Еңеү паркының да өҫтәлеүе һәр йәһәттән дә отошло. Ҡарлыханда 1500 тирәһе кеше йәшәй, 500-ҙән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Ауыл өлгөлө ғаиләләр менән дан тота, яңы ғына өйләнешкән йәштәрҙең тыуған яғында төпләнеүе маҡтауға лайыҡ. Парктың үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү тәңгәлендә файҙаһы ныҡ ҙур. Бында илебеҙгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләгән бихисап саралар ойошторола. 23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярыш, 9 майҙа – Еңеү көнөнә арналған хәтер кисәһе һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, яңы Еңеү паркы – ил һаҡсыларына хөрмәт билгеһе, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, ғөмүмән, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүгә бер аҙым яһау ул. Паркҡа килгәндә беҙгә йәш ғаиләләрҙең береһе менән танышыу бәхете тәтене. Бер әсәнең коляска этеп йөрөүе күҙгә салынды, ә атай иһә бәләкәсен етәкләгән. Арыраҡ тағы ике бала уйнай ине. Уларҙың донъяһы теүәл. Башта улар янына барырға ашыҡманыҡ, бындай хозурлыҡҡа хилафлыҡ килтереп ҡуймайыҡ тип уйланыҡ. Ҡайтыр саҡта инде, юлдар киҫешкәндә, форсаттан файҙаланып, әңгәмәләштек. – Ауыл тиһәләр ҙә, беҙҙәге кеүек парктар кәрәк ул, эштең үҙ ваҡыты бар, шул уҡ ваҡытта ял итә белергә лә кәрәк тигәндәй, – тип һөйләй декрет ялында ултырыусы Кристина Кучина. – Бигерәк тә минең шикелле сабый менән өйҙә ултырғандар ҡайҙа барырға белмәй аптыранмаҫ. Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙәге парк матур, уңайлы итеп төҙөлгән. Өйҙә генә тик ултырмайбыҙ, хәҙер автомобилеңә ултырып теләгән ереңә барырға була. Беҙ ғәзиздәребеҙҙе машинаға ултыртып алабыҙ ҙа тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнәбеҙ, ҡыҫҡаһы, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар, тибеҙ. Баҡтиһәң, бүтән райондарҙа ла ял итеү урындары йылдам төҙөлөп, сафҡа индерелә. Парктарҙың, скверҙарҙың һәр береһе һәр саҡ тәртиптә тотола. Әлбиттә, был эштәрҙең барыһы ла республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбировты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Артабан һүҙгә ғаилә башлығы ҡушылды. Леонид Александрович һөйләүенсә, ул "Карлес" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Парк уның күҙ алдында төҙөлгән. Элекке менән бөгөнгө ял итеү урынын сағыштырһаң, айырма ер менән күк. Бынан бер нисә йыл элек бында парк булһа ла, унда берәү ҙә йөрөмәгән. Ысынында, бөгөн тормош тап ил етәкселәренең халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүе арҡаһында яҡшыра. Бындай матурлыҡты күреп үҫкәндәр бер ҡасан да яуызлыҡтар ҡылмаясаҡ, киреһенсә, ғүмерҙәрен тик яҡшы эштәргә арнаясаҡ, бер үк ваҡытта Ватанын яратып һәм илен ҙурлап буй еткерәсәк. ФЕКЕР Мәсхүт МИҢЛЕҒӘЛИН, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы: – Өр-яңы һәм заманса объекттарҙы асыу күркәм йолаға әүерелде. Ышаныстарыбыҙ тулыһынса аҡланды, ошо Еңеү паркы халыҡтың иң яратҡан урындарының береһенә әйләнде, уның киләсәктә лә шулай буласағына тамсы ла шигем юҡ. Бындай матурлыҡҡа берәүҙең дә битараф түгел икәнен беләбеҙ һәм уның өлгөһөнә башҡалар ҙа эйәрер тип уйлайбыҙ. Балаҡатайҙар һөйөнөп бөтә алмай, һәр береһе республика етәксеһенә сикһеҙ рәхмәтле. Сергей Токарев фотолары.