Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында БРИКС илдәренең юғары аудит органдарының дүртенсе осрашыуы булып үтте. Ул тотороҡло үҫеш аудиты мәсьәләләрен тикшереүгә арналды. Сараны Рәсәйҙең Иҫәп-хисап палатаһы ойошторған, унда илебеҙ субъекттарының контроль-иҫәп органдары ла ҡатнашты. Рәсәй һәм 10 сит илдән килгән аудит белгестәре Өфө декларацияһын һәм БРИКС ағзаларының юғары аудит органдарының 2025-2026 йылдарға эшмәкәрлек планын раҫланы. Иҫәп-хисап палатаһы рәйесе Борис Ковальчук, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, был осрашыуҙың планетаның киләсәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында әйтте. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер илдәр намыҫлы булмаған ике йөҙлө стандарттар менән эш итә, ә был коррупцион нигеҙ булдырыуға сәбәп. Аудиторҙар алдында Бразилияның вице-президенты, Иҫәп суды министры Витал ду Регу, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аудит буйынса милли идаралығының генераль аудиторы Хоу Кая һәм башҡа аудит органдары етәкселәре сығыш яһаны. Эшлекле осрашыуҙың тәүге көнө һөҙөмтәләре буйынса Борис Ковальчук журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. БРИКС илдәре аудиторҙарының кәңәшмәһе дауам итә. Осрашыу тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ. Автор фотоһы.