Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вишневск ятҡылығын үҙләштереү буйынса эштәр дауам итә

Хәйбулла районында тау сәнәғәте предприятиелары оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Улар райондың социаль- иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Район халҡының байтаҡ кешеләренең яҙмышы ла тап ошо таусылар һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән. Шундай предприятиеларҙың береһе – “БШПУ” йәмғиәтенең Вишневск ятҡылығы. Ул төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән рудникты эшәкртеү буйынса өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. Был компанияға мөлкәткә һәм табышҡа һалым буйынса айырым ташламаларҙан файҙаланыу, шулай уҡ инженерлыҡ һәм транспорт инфрастуктураһының капиталь төҙөлөш объекттарын төҙөү, реконструкциялау, модернизациялау сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау, һатып –алыу һәм субсидияһыҙ ер алыу мөмкинлеге бирә. Ятҡылыҡты модернизациялау проекты 11 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уның тормошҡа ашыу барышында 195 яңы эш урыны булдырыласаҡ, ә хеҙмәт етештереүсәнлеге йылына 600 мең тоннаға тиклем артасаҡ. Йәмғиәт тарафынан был проект ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Беренсеһе – инвестиция этабы – 2030 йылда тамамланасаҡ, ятҡылыҡты эшкәртеү 2028 йылда башланасаҡ һәм 2040 йылға тиклем дауам итәсәк. “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Наил Ғәббәсов белдереүенсә, компания Вишневск ятҡылығын үҙләштереү өсөн 11 миллиард һумдан артыҡ аҡса сарыф итергә һәм 195 яңы эш урындары булдырырға ниәтләй.” Беҙҙең белгестәр бизнес-планға эскпертиза үткәрҙе, шулай уҡ проекты дәүләт ярҙамы сараларын алыу мөмкинлеге булған өҫтөнлөклө исемлеккә индереү өсөн документтар әҙерләне.” Предприятиелаэшләүселәр һаны даими арта бара һәм әле 1100-ҙән артыҡ кеше иҫәпләнә. Предприятие төрлө тауҙарҙа вертикаль, горизонтал һәм ауыш ысул менән карьерҙар әҙерләүҙә махсуслаша. Предприятиеның тотороҡло эшләүе – төбәктә полиметалл ятҡылыҡтарын табыу. Һөҙөмтәле тау сәнәғәте предприятиеһы булараҡ, “Башҡортостан шахта проходкалау идараһы” Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә яңы проекттарҙа ҡатнаша, шулай уҡ технологик базаһын нығыта, ҡаҙыуҙың яңы алдынғы ысулдарын үҙләштерә. Билдәле булыуынса, сәнәғәте үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибары үҙәгендә. Ул сәнәғәт темаһына тәрән үтеп ингән, производстволағы етәкселәрҙең барыһын да таный һәм белә, әгәр ҙә инде берәй сетерекле мәсьәлә килеп сыҡһа, уның буйынса һәр береһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Бында һүҙ республика етәксеһе тарафынан үткәрелгән "Сәнәғәт сәғәте", "Инвестиция сәғәте", даими уҙғарылған ведомство-ара комиссия ултырыштары тураһында ғына бармай, әлбиттә. Төбәк етәксеһе проекттарҙың бөтәһен дә шәхсән күҙәтеүе аҫтына алған. Һүҙ ҙә юҡ, комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле алып барылған эштәр һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ысынлап та, Башҡортостандың беренсе баҫҡысҡа күтәрелеүе - беҙҙә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәле бойомға ашырылыуына дәлил.