Көн һайын мутлашыусылар иҫәбенә ябай халыҡтың миллион һумлап аҡсаһы китеүе тураһында даими яҙып, иҫкәртеп, һәр төрлө шикле шылтыратыуҙарға, смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә, һылтанмалар аша үтеп, конкурста ҡатнашҡан "Анялар" өсөн тауыш бирмәҫкә саҡырып тороуға ҡарамаҫтан, был тоҙаҡҡа эләгеүселәр һаны кәмемәй. Хәйлә тоҙағын ҡороусылар ҙа йоҡлап ятмай, улар мутлашыуҙың яңынан-яңы алымдарын үҙләштереп тора. Әле бына социаль селтәрҙәрҙә, башлыса ватсапта аҡса һорап яҙылған башҡорт телендәге текст таралды. Мутлашыусылар яҡшы белә: күп милләтле Рәсәйҙә үҙенең туған телендә аралашыу күренеше киң таралған, шуға күрә улар текстарҙы төрлө телдәргә тәржемә итеп ебәреү алымын үҙләштерәләр. Бына был текста ла шул турала һүҙ бара. Иң тәүҙә мутлашыусылар кешенең ватсабын "емерә", артабан уның исеменән бәйләнештә булған кешеләргә аҡса күсереү үтенесен белдереп яҙылған текст ебәрә башлай. Шулай итеп, йөҙгә берәү булһа ла хәйлә тоҙағына ҡабып ҡуя. Бындай мутлыҡ ҡорбаны булмаҫ өсөн нимә эшләргә? 1. Һәр төрл