Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәнә ете ойошма өҫтәлде

2024 йылдың ғинуарынан июль айына тиклем Берҙәм лицензиялар реестрында ортопедия һәм травматология буйынса эшмәкәрлекте башҡарыуға тәү тапҡыр лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны 2,3 процентҡа артты. Элек теркәлгән 307 ойошмаға ошо уҡ профиль буйынса йәнә ете медицина ойошмаһы өҫтәлде –Травматология һәм ортопедия – заман медицинаһында киң файҙаланылған белгеслектәр. Йүнәлештәрҙең икеһе лә дауалау һәм сирҙәрҙе, имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Шуның менән бергә һәр белгеслектең үҙенсәлектәре һәм ҡулланыу өлкәһе бар, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Травматология тышҡы һәм эске факторҙар һөҙөмтәһендә төрлө имгәнеүҙәр алған пациенттарҙы дауалай. Ортопедия төрлө йәштә ауыртыу тыуҙырған, функциялары боҙолған һөйәк һәм быуындарҙы дауалау менән шөғөлләнә. Ортопедтар диагностика үткәрә, дауа һәм реабилитация тәғәйенләй. Улар шулай уҡ һөйәк-мускул системаһы сирҙәрен иҫкәртә, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек буйынса консультация үткәрә. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензиялар рәсмиләштереү 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.