Салауат ҡалаһы китапханаһында капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша. Эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында яңы быуын китапханаларын төҙөү программаһы буйынса башҡарыла. – 2023 йылда беҙҙең китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә модель китапханалар булдырыу конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Был беренсе яңы быуын модель китапханаһы, – тип һөйләй директор Жанна Живодробова. – Китапхана ремонтҡа ябылыуға ҡарамаҫтан, белгестәр тиҙ һәм профессиональ эшләй, хатта әленән һөҙөмтәне күрергә һәм ошо яңыртылған киңлеккә нисек уңайлы әйләнеп ҡайтыуҙы күҙ алдына килтерергә мөмкин. Оҙаҡламай китапханаға килеүселәр мәғлүмәт кенә түгел, үҙеңде үҫтереү һәм ижад итеү өсөн уңайлы киңлек тә таба аласаҡ. Яңы учреждениела ремонт ҡына үткәрелеп ҡалмай, китаптар ҙа яңыртыла. – Модернизациялау сиктәрендә китапхана фонды менән ҙур эш башҡарылды, – тип дауам итә Жанна Живодробова. – Ул төрлө категория уҡыусылар өсөн яңы китап баҫмалары менән тулыланды. Дөйөм суммаһы яҡынса 1,5 миллион һумлыҡ 2 372 дана китап. Улар – классик һәм заманса нәфис әҙәбиәт, белешмә, тармаҡ, шулай уҡ ҙурайтылған шрифт менән китаптар. Балалар өсөн фонд булдырыуға айырым иғтибар бүлдек, сөнки элек ҡаланың үҙәк китапханаһында үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн генә хеҙмәтләндереү булды. Хәҙер ҡаланың иң бәләкәй кешеләре лә интерактив, 3D һәм 4D китаптар, панорамалар һәм китаптар - уйынсыҡтар, шулай уҡ ваҡытлы баҫмалар менән таныша аласаҡ. Салауатта яңы форматтағы китапхана мәҙәни, мәғариф, үҫеш, ижади, күңел асыу йүнәлешендәге майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.