Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы шарттарҙа дауаланасаҡтар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Тәтешле районының Уразгилде ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Иҫке ФАП 1991 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡайны, унда үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү булманы. Яңы медицина пункты 403 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бина бөтә санитар талаптарғап ярашлы төҙөлгән, тәүге медик-санитар ярҙам күрһәт өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Коммуникациялар үткәрелгән, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. –Яңы медицина пунктының асылыуы халыҡҡа медицина сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Яңы, яҡты, күркәм бинаға килеп инеү менән күңел күтәрелә, – ти Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Шәңгәрәев. Быйыл, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк, туғыҙына капиталь ремонт үткәреләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте