Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Яңы эш урынына барғы килеп кенә тора”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Бөрө районының Березовка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы пункт ике ауыл – Березовка һәм Айгилде ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Медицина учреждениеһында тәүге медик- санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Хәҙер пациенттар бында диспансерлаштырыу, иҫкәртеү тикшеренеүҙәре үтә аласаҡ, дарыуҙарға рецепт алырға мөмкин. Сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн асыҡ мөхит тыуҙырылған. Пандус ҡуйылған, саҡырыу төймәһе бар. –Көтөп алдыҡ яңы медицина пунктын. Яңы эш урынына барғы килеп кенә тора, – ти ҡәнәғәтлек менән фельдшер Раушания Колесникова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.