Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылдаштарҙың ял итергә мөмкинлеге бар

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙың йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, шәхси йорттар, биләмәләр генә түгел, ял итеү өсөн йәмәғәт киңлектәре, төҙөкләндерелгән яр буйҙары, парктар барлыҡҡа килә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Иҫке Балтас ауылы үҙәгендә берҙән-бер “Ғаилә” паркы бынан дүрт йыл элек барлыҡҡа килде. Дәүләт заказын “Агропродукт” йәмғиәте үтәне. Ошо ваҡыт эсендә ул ысын мәғәнәһендә ғаиләләрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Резина япма менән ҡапланған балалар майҙансығы, тренажерҙар ҡуйылған спорт майҙаны, уңайлы эскәмйәләр, тротуарҙар барыһы ла халыҡтың ял шарттарын яҡшыртыуға булыша. Ялдың хәүефһеҙлеген видеокүҙәтеү һәм яҡтылыҡ системаһы тәьмин итә. Парк төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аҡса бүленгән. Проекты бик уңайлы, һәр йәш категорияһына ял итеү өсөн шарттар булдырылған. “Парк үҙәктәге бөтә социаль объекттарға бик яҡын урынлашыуы менән дә отошло. Ял зонаһы балалар һәм спорт майҙандарын да эсенә ала. Район халҡы өсөн генә түгел, ҡунаҡтар һәм туристар өсөн дә бына тигән матур ял урыны ул”, – ти район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев. Балтас районының 90 йыллығына төҙөлгән “Ғаилә” паркы бынан дүрт йыл элек асылды, һәм ул әле лә йәшен-ҡартын магниттай тартып торған, айырыуса йәй көндәрендә һәр кемде үҙенә ылыҡтырған ял биләмәһе. “Район үҙәге Иҫке Балтаста бер ваҡытта ла парк булманы. Беҙ был етешһеҙлекте бөтөрҙөк – ауылда беренсе паркты астыҡ, уны “Ғаилә” паркы тип атаныҡ, – тип белдергәйне республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Беҙ уны федераль аҡсаға төҙөнөк – 7,4 миллион һумды “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы йәлеп иттек. Бынан аҙ ғына алда балтастар уйын һәм спорт блоктары менән йыһазландырылған яңы “Дуҫлыҡ” аллеяһын – бер километрға һуҙылған тротуарҙы баһалағайны. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эш республикала даими дауам итә. Беҙҙең бурыс – бөтә ҡалалар һәм ауылдарҙың парк, майҙан һәм скверҙарын халыҡҡа ял итеү өсөн күңелле һәм уңайлы булһын өсөн яңыртыу. Һәм, әлбиттә, йәмәғәт киңлектәре рәүешендәге тартыу көсөнә эйә нөктәләр ҡалаларҙа ғына түгел, һәр район үҙәгендә һәм һәр ҙур ауылда булырға тейеш”. Ысынлап та, республика етәксеһе билдәләгән бурыстарҙың бөтә райондарҙа тормошҡа ашырыла барыуына, һүҙҙең эшкә әүерелеүенә шаһитбыҙ һәм быға миҫалдар ифрат күп. Балтастағы “Ғаилә” паркы шуға асыҡ миҫал. Парк 160 метрға һуҙылған ҡоймалар менән уратып алынған, өс урында декоратив ҡапҡалар урынлаштырылған, 11 бағаналағы электр уттары төнөн биләмәне балҡытып, үҙенә саҡырып тора. Райондың иң ҙур байлығы – намыҫлы, уңған хеҙмәт кешеләре. Улар изге традицияларға тоғро, дуҫлыҡтың, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән, көндәлек тырышлығы менән тыуған яғын күркәм иткән, биҙәгән һәм байлығын ишәйткән халыҡ. Хеҙмәт кешеләренең буш ваҡыттарын йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн район биләмәһендә ял урындары арта барыуы һөйөнөслө күренеш. Бөгөн дә “Ғаилә” паркы балаларҙың күңелле тауышынан гөрләп тора, тәбиғәттең бер миҙгелендә лә уның тартыу көсө кәмемәй. ФЕКЕР Илгиз СУБУШЕВ, Балтас районы хакимиәте башлығы: - “Ғаилә” паркы үҙәктәге бөтә социаль объекттарға бик яҡын урынлашыуы менән дә отошло. Ял зонаһы балалар һәм спорт майҙандарын да эсенә ала. Район халҡы өсөн генә түгел, ҡунаҡтар һәм туристар өсөн дә бына тигән матур ял урыны ул. Фото: https://vk.com/wall413272232_461358 https://bash.news/news/