Фәриттең бөгөнгө көнө лә эшкә, төрлө ваҡ мәшәҡәттәргә күмелеп үтте. Вазифаһы ла шәп үҙенең, хеҙмәт хаҡы ла тос ҡына. Ярайһы ғына шәп ойошмала бүлек мөдире, тик бына хеҙмәттәштәре генә уны яратып еткермәй: аҙ һүҙле, бәйләнсек, отчеттарҙа ла төрлө йөй таба, корпоратив кисәләргә лә йөрөмәй. Шулай ҙа уның бүлектә бер дуҫы бар-барлыҡҡа. Уның менән эштән һуң кафеға барып һөйләшеп алалар. Был юлы ла шулай булды. “Барыһы ла яҡшы барған кеүек тә: ипотекаға алынған фатир өсөн түләп бөттөм, бына тигән машинам бар, район үҙәгендә йәшәгән әсәйемә лә аҡсалата ярҙам итәм. Тик бына өйгә ҡайтһам – яңғыҙлыҡ, - тип асылып китте был юлы ир. – Ҡатыным да юҡ, балалар ҙа юҡ. Яңғыҙ ҡартайырмынмы икән?” Бүлектәрендә лә башлыса ир-йораты ғына шул. Ҡатын-ҡыҙ затынан шул йыйыштырыусы Надя ғына бар. Ул үҙен “клининг хеҙмәтенең топ-менеджеры” тип танытырға ярата, тик ул хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөй. ”Һис ҡайғырма! Һинең мейең шәп бит! Берәй нәмә уйлап табырһың әле!” – тине хеҙмәттәше Марат. Ысынлап та, шулай б