29 июлдә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн ғибәҙәт ҡылыу һәм Рәсәйҙең махсус хәрби операцияла еңеү өсөн айырым көндәр ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. – Яугирҙәребеҙҙең туғандары менән осрашыуҙа минән егеттәр өсөн доға ҡылырға килгән ғибәҙәтханаларҙа һәм мәсеттәрҙә билдәле бер ваҡыт йәки бының өсөн махсус литургиялар булыуын һоранылар. Мин быны рухи тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө һәм аҡыллы ҡараш тип иҫәпләйем. Диндарҙар беҙҙең яугирҙәрҙең һаулығы, шулай уҡ һәләк булған егеттәрҙе тынысландырыу өсөн доға ҡыла алһын өсөн шарттар булдырыу зарур, – тип аңлатты республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Рухани лидерҙар менән алдан һөйләшеүҙәр үткәрелде лә инде. Улар был башланғысты хуплай һәм бындай рухи ярҙамды күрһәтеү хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына бик мөһим икәнлеген аңлай. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙа