Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡазан – Адлер поезында Яр Саллының 17-се балалар хореография сәнғәте мәктәбе делегацияһы була. Биш өлкән кеше оҙатыуындағы 19 бала “Гәлсәр дельфин” халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсына юлланған булған. Бәхеткә күрә, улар араһында зыян күреүселәр юҡ. Балалар ваҡытлыса урынлашыу өсөн Котельниково ҡалаһына ебәрелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурҡыныс авария бөгөн Волгоград өлкәһендә теркәлде. Поезда барыһы 812 пассажир булған. Әлегә 30-ҙан ашыу кеше дауаханаға оҙатылған. Тулыраҡ ошо һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-07-29/l-k-bulyusylar-an-tysh-vagondar-ara-ynda-y-ylyp-alyusylar-k-p-3865817 Фото: КП.