Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ташҡынға бәйле хәл нисек тора?

Һуңғы аҙнала республикала яуым-төшөмгә бәйле хәл киҫкен торҙо. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 июлдә иртәнге 9.00 сәғәткә ҡарата Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Салауат, Учалы, Мәләүез һәм Бөрйән райондарында 47 йорт яны биләмәһен, өс автомобиль юлын һәм дүрт күперҙе һыу баҫыуға бәйле ете муниципаль берәмектә 22 хәл күҙәтеү аҫтында булған. Һыу баҫыу хәүефе юҡ, тип белдерәләр ведомствонан. Бөрйән, Баймаҡ һәм Белорет райондарында дүрт урында хәл тотороҡланған, ихаталарҙан һыу киткән. Шул иҫәптән, Бөрйән районының Миндеғол ауылына 15 йорттан да. Ведоствонан белдереүҙәренсә, әле һыу аҫтында ҡалған йорттар юҡ. Учалы районы биләмәһендә Өфөнән Баш идаралыҡтың аэромобиль төркөмө эшләүен дауам итә. Йылғалар кимәлен контролдә тотоу һәм мониторинглау маҡсатында ваҡытлыса гидропостар ҡуйылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының 29 июлгә фаразына ярашлы, республика биләмәһендә хәүефле һауа торошо көтөлмәй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй. Иҫкәртәбеҙ! Эскән килеш һыуға төшмәгеҙ. Балаларҙы яр буйында йәки һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр кемдеңдер бәләгә тарығанын күрһәгеҙ, ярҙам итегеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө лә самалағыҙ. Һеҙҙең хәүефһеҙлек – һеҙҙең яуаплылыҡ. Ғҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, 112 телефонына шылтыратығыҙ! Фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.