Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 июлдә көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Дәүләкән районында Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 52-се километрында ҡаршы килгән “ВАЗ-2115” һәм “Hyundai Creta” бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге 68 йәшлек пассажиры алған тән йәрәхәттәренән дауаханала вафат була. Шулай уҡ Әлшәй районынан булған “Hyundai” автомобилендәге 32 йәшлек водителгә медицина ярҙамы талап ителгән. Тағы ла дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән ике баланы табиптар ҡарап, өйҙәренә ҡайтарған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү үткәрелә. Дәүләкән районы Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, “ВАЗ-2115” автомобиле водителе рулдә йоҡлап киткән... Фото: Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.