Башҡортостанға туристар күпләп килә. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙә ике миллиондан ашыу кеше булған. Башҡортостан туристар ағымы буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй. Был – республикала тармаҡҡа ҙур иғтибар бүленеү һөҙөмтәһе. Былтыр туризм инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,6 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Һуңғы биш йыл эсендә республиканың матур тәбиғәт мөйөштәрендә донъя кимәлендәге кемпингтар, глэмпингтар – туризм инфраструктураһы – ойошторолдо. Бынан тыш, Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы, Ишембай районында “Торатау” этник комплексы, Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар үҙәге барлыҡҡа килде. Өҫтәүенә туризм тармағын үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатында республикала төрлө саралар үткәрелә. Үткән ял көндәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы эргәһендә ойошторолған “Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм халыҡ-ара фестивалендә “Ял философияһы. Матурлыҡ. Танып белеү” пленар кәңәшмәһендә мунса индустрияһы, медицина туризмы һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. “Был сара – һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм гастрономияны берләштергән ысын дискуссиялар майҙансығы, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Эшлекле программаға ярашлы, эшҡыуарҙар, власть органдары һәм үҫеш институттары бәйләнештең яңы юлдарын тапты, иң яҡшы стартаптар һәм бизнес-стратегиялар тураһында һөйләште”. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко сараны асҡанда яңы туристик нөктәләрҙең төбәк иҡтисады үҫешендә мөһим роль уйнауын билдәләне. – Башҡортостан туризм төбәге булараҡ популярлыҡ яулай бара. 2023 йылда республикаға килгән туристар һаны 2,2 миллион кеше тәшкил итте. Был төбәктә туризм, шул иҫәптән медицина һәм мунса туризмының үҫеше өсөн шарттарҙың барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды, – тине Зөһрә Гордиенко. Рәсәй, Ҡытай, Үзбәкстан, Беларусь, Төркиә илдәренән килгән 500-ҙән ашыу белгес өсөн фестиваль тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙансығына әүерелде, ә сарала ҡатнашыусылар һаны алты меңдән ашты. “ЧистоТоп” мунса индустрияһының халыҡ-ара бойондороҡһоҙ премияһын ойоштороусы Татьяна Печорская, “Лужники” акционерҙар йәмғиәте аквакомплексы директоры Владимир Иоффе, “Рус быуы мәктәбе”нә нигеҙ һалыусы, мейес ҡорамалдарын эшләү буйынса предприятие етәксеһе Денис Вахов, “Василий Ляхов мунса мәктәбе”н ойоштороусы, дөрөҫ сабыныу буйынса белгес Василий Ляхов, остаз Рәил Солтанов һәм башҡалар мунса мәҙәниәте, был тармаҡтағы эшҡыуарлыҡ һәм башҡалар тураһында хәбәр итте. Илья Рәхимғолов ҡалаларҙа сабыныу урындарын төҙөү пландары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, күләме ике миллиард һум тәшкил иткән инвестиция проекты Өфөлә тормошҡа ашырыласаҡ, һөҙөмтәлә 200-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. “Heliocity” косметология клиникаһының баш табибы Айгөл Ибәтуллина республикала шифаханалар комплексының үҫеше, медицина ойошмаларының заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы, һөҙөмтәлә эске һәм тышҡы туризм өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙең булдырылыуы тураһында һөйләне. Пленар кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостандың медицина һәм һауыҡтырыу тармағында ҙур ҡеүәткә эйә булыуын билдәләне. Халыҡ-ара сәләмәтлек фестивалдәре иһә ҡатнашыусыларҙы заман технологиялары менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәрен аса. Әйткәндәй, республикабыҙҙың “Красноусол”, “Янғантау”, “Танып”, “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл” кеүек шифаханалары үҙ программаларын медицина туризмы өлкәһендә презентацияланы, Башҡортостанда дауаланыу һәм ял итеү үҙенсәлектәрен фестиваль ҡунаҡтарына күрһәтте. Һөҙөмтәләр күҙгә күренә Фестиваль барған биләмәлә Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан күсмә һәм модулле мунсалар ҡуйылғайны, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, милли ризыҡтар урын алғайны, шифалы үлән йыйыусыларҙың форумы ойошторолдо. Уларҙы йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, ташыу, маркировкалау мәсьәләләре ҡаралды. – Өс йыл рәттән үткәрелгән “Рәхәттә” фестиваленең һөҙөмтәләре бар. Күп кенә комплекстар асыла. Иң мөһиме: беҙҙе ишеттеләр, шифаханалар, профилакторийҙар, ял итеү йорттары һәм башҡалар мунса, сәләмәтләндереү практикаһы һәм туризмдың бер тәңгәлдә тороуын аңланылар. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – бизнес платформаһын булдырыу, эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен ойоштороу. Улар беҙҙең менән бергә сифатлы, дөрөҫ һәм яҡшы ялдың нимә икәнлеген алға этәрә, – тине “Евразия мунса федерацияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Кристина Бугрова. Фестиваль барышында мунса оҫталығы һәм Рәсәйҙең коллектив сабыныу буйынса чемпионаттар ойошторолдо. Ярыштар бик үҙенсәлекле ине. Бер оҫтаның бер йәки, киреһенсә, күпләп, хатта 65 кешене сабындырыу һәләтенә эйә булыуы һоҡланыу уятты. Тәбиғәтебеҙҙе һәр кем күрһен Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы бара. Тәбиғәтебеҙ бик матур һәм уны бөтә граждандарға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә лә күрһәтергә теләйбеҙ. Ошондай мәсьәләләр ҡаралды фестивалдә. Шулай итеп, “Сикһеҙ сәйәхәт”, “Башҡортостан буйынса инклюзив турҙар” темалары ла бөгөн көнүҙәк. Ошо хаҡта “Кәртәләрҙе емереп” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте етәксеһе Алина Хәбирова һөйләне. Ойошма булдырған “Минең менән йөрө” проектына ярашлы, теләге бар һәр кем һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы саф һауаға, шулай уҡ театрға, кино залына алып бара ала. Шулай итеп, республикала йәшәүселәр үҙҙәре лә ярҙам итергә, мәҫәлән, вокал буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә мөмкин. “Һәр кем ярҙам итә ала” проекты иһә мотлаҡ аҡсалата булышлыҡ итеүҙе күҙалламай, белем менән уртаҡлашырға була, автоирекмән булырға мөмкин. Шулай итеп, һәр кем һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тормошон мауыҡтырғыс итеүҙә булышлыҡ итә ала. Фестиваль ҡунаҡтары төрлө шоу-программаларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, массаж эшләү зоналарында булды. “ГастроРәхәт” майҙансығында төрлө аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡараны, ваҡ бәлештәрҙе ашау буйынса бәйгелә ҡатнашты. Сараға килгәндәр өсөн бай программа әҙерләнгәйне. Төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре булды, теләге булғандар мунсала сабыныу мөмкинлегенә эйә ине. Бард фестивалендә иһә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, летчик-инструктор, парашютист-стратонавт Александр Лынник һәм башҡалар ҡатнашты. Бард, музыкант, шағир, йырҙар авторы, актер, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Митяевтың сығышы сараға айырыуса йәм өҫтәне. “Рәхәттә” фестивале һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм гастрономия мәсьәләләрен хәл итеү майҙансығына әйләнде. Ул юғары кимәлдә үтте һәм ҡатнашыусылар күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн республикала сәләмәт тормош алып барыу, тыуған яҡты өйрәнеү төп брендтарҙың береһенә әйләнде. Айһылыу НИЗАМОВА. Александр Данилов фотолары. ФЕКЕР Сергей НЕСТЕРОВ, ярыштарҙың төп судьяһы: – Мин – Рәсәйҙең мунса оҫталығы буйынса чемпионы. Санкт-Петербургта йәшәйем һәм эшләйем. Быйыл үткәрелгән сарала эксперт, судья булараҡ ҡатнаштым. Сабыныу оҫтаһы тип, нигеҙҙә, ир-егеттәрҙе күҙ алдына килтерәләр. Был юлы сарала гүзәл зат вәкиле лә көс һынашты. Ул мунсаны яратып ҡына ҡалмай, медицина фәндәре кандидаты ла. Шуныһы ҡыуаныслы: рус мунсаһын яратыусылар һаны ла, мунса оҫталығы ла артҡандан-арта. Тиҙҙән рус мунсаһын донъяла ла танырҙар тип ышанам, һәр кем уны баһалай аласаҡ. Марсель ИБРАЕВ, Ҡазан ҡалаһынан: - Чемпионаттың “Бер үҙе барыһын да сабындыра” өлөшөндә ҡатнашам. “Өйгә юл” тигән программа менән сығыш яһаным: барыһын да бер аҙға туҡтап ҡалырға, тирә-йүнгә күҙ һалырға һәм юлыбыҙ башланған тыуған яҡтарҙы ҡарарға саҡырҙым. Бындай сарала беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Коллектив сабыныу – ул тәү сиратта мәҙәниәт, борон-борондан килгән йолаларҙы файҙаланып, оҫталыҡты күрһәтеү ысулы. Бындай саралар сәләмәт тормошто пропагандалай, кешеләрҙе берләштерә, һөҙөмтәлә халыҡтың сәләмәтлеге нығына.