Оҙайлы һаҡлам программаһы – оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән яңы төр һаҡлам продукты. Ул оҙайлы стратегик маҡсатҡа тип туплана барған өҫтәмә финанс ресурсы булдырырға ярҙам итә. Программа 2024 йылдың 1 ғинуарында старт алды. Был программа һеҙҙе шулай уҡ финанс хәүефһеҙлеге “мендәре” менән дә тәьмин итә ала. Мәҫәлән, тормоштағы алдан күреп булмаған ҡыйынлыҡтар тыуа ҡалғанда. Оҙайлы һаҡлам граждандың ирекле иғәнәләре, шулай уҡ алдан йыйыла барған пенсия һәм дәүләттең финанслашыу ярҙамы иҫәбенә туплана. Уларҙы нисек яҡынса булһа ла алдан иҫәпләргә һәм был һаҡламды тотороҡло булдыра барыу өсөн нимәләр эшләргә? МИҪАЛ. Һеҙ – 40 йәштәге ир кеше, айлыҡ килем – 80 мең һумға саҡлы, программа тамамланған саҡта һеҙгә 55 йәш була, иғәнә суммаһы – айына бер мең һум. 55 йәш тулғас, түбәндәге түләүҙәрҙең береһен һайлай алаһығыҙ: түләүҙе тиҙ алыу – 32 516 һум (10 йыл буйы һеҙ ай һайын ала барған сумма), бер ваҡытлы – 3 902 022 һум (ғүмерлек түләү алыу пенсионерҙың йәшәү минимумының 10 процентынан да аҙыраҡ булғанда, программала ҡатнашыусылар ошо сумманы алырға хаҡлы), ғүмерлек түләү алыу – 12 099 һум (түләү билдәләнгәндән һуң һеҙ ғүмер буйы ай һайын ала барған сумма). Дәүләт яғынан финанслашыу суммаһы өс йыл буйы йылына 36 мең һумға саҡлы булырға мөмкин. Граждан иң тәүҙә дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының сайтында шәхси мөрөжәғәтен яҙа, килешеү төҙөп ебәрә. Теләгән осраҡта ул программаға пенсия тупланмаларын да күсертә ала. Тимәк, һаҡланма өс сығанаҡтан йыйыла: 1) шәхси иғәнә; 2) дәүләттең финанслашыуы; 3) пенсия тупланмалары. Кәмендә 10 йылға иҫәпләнгән йәки ғүмерлек түләү ала барыу түбәндәге осраҡтарҙа билдәләнә: – килешеү төҙөлгәндән алып 15 йыл үткәс; – 55 йәшкә (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 60 йәшкә (ирҙәр) еткәс; – тормошта көтөлмәгән хәлдәр тыуғанда (ҡиммәтле дауаланыу, ғаиләне туйҙырыусыны юғалтыу һ.б.). Граждан 400 мең һумға саҡлы булған программала ҡатнашҡан осраҡта һәм ул йылына 52 мең һумға тиклем иғәнә түләһә, ул килемгә 13 процент һалым түләүҙән азат ителә. Тупланған һаҡланма тулы күләмендә мираҫ буйынса ла күсә. Программаның операторы – Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды – пенсия программаларын 30 йылға яҡын инде уңышлы эшләткән ҙур финанс ойошмалары. Әлеге мәлдә уның финанс баҙарында 38 фонд эшләй, уның клиенттары 42 миллион кешене тәшкил итә. Уларҙың 1,6 миллионы ошо фондан түләүҙәр ала ла инде. Фото: “мои финансы.рф” сайтынан.