Найти тему
Башҡортостан гәзите

Терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәрен алдан диагностикалап була

Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты булған Башҡортостан дәүләт медицина университетының йәш ғалимдары терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәрен алдан диагностикалау методикаһын эшләне. Һәләтле йәш ғалимдарға ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары бирә. Карина Әхиәрова, Башҡортостан дәүләт медицина университетының Эске ауырыуҙар һәм клиник психология кафедраһы аспиранты, БДМУ клиникаһының табип-терапевы, 20 талантлы тикшеренеүсе араһында Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды. Уның фәнни тикшеренеүҙәренең темаһы – “Йәш кешеләрҙә тоташтырыусы туҡыма дисплазияһының төрлө варианттары булған терәк-хәрәкәт аппараты торошон комплекслы анализлау”. Уның ғилми етәксеһе - БДМУ-ның Эске ауырыуҙар һәм клиник психология кафедраһы мөдире Антон Тюрин. Грант буйынса ярҙамсы-башҡарыусы - Эске ауырыуҙар һәм клиник психология кафедраһы ассистенты Диана Вәлиева. Карина Әхиәрованың фәнни тикшеренеүҙәре терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын иртә диагностикалау методикаһы һәм уға бәйле патология ярҙамында яңы хәүеф факторҙарын билдәләргә ярҙам итәсәк. -Тоташтырыусы туҡыма кеше организмында ныҡ таралған, уның боҙолоуы терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары, шул иҫәптән быуындар сире, остеоартрит һәм остеопороз үҫешенә нигеҙ булып тора. Был сирҙәр йыш ҡына һуңғы стадияһында асыҡлана. Ул ваҡытта дауалау ҡатмарлаша. Шуға күрә бөгөн был ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау - көнүҙәк мәсьәлә, – тип аңлата тикшеренеүсе. Ауырыуҙарҙың үҫешен генетик тикшеренеүҙәрһеҙ өйрәнеү мөмкин түгел. Грант аҡсаһы иҫәбенә үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр сиктәрендә БДМУ ғалимдары һөйәк һәм һеңерсә туҡымаһының төҙөлөшөн һәм алмашыныуын кодлаған гендарҙы тикшерә. Был өлкәлә яңыса ҡараш һәр кешегә сирен алдан күҙалларға мөмкинлек бирәсәк. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын иртә диагностикалау методикаһын эшләүҙә тағы бер мөһим аҙым - һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын рентген денситометрияһы ярҙамында тикшереү. БДМУ клиникаһында денситометрия аппараты - республикала иң яҡшыларҙың береһе. Ул һөйәк патологияһын юғары аныҡлыҡ менән асыҡлай һәм Total body программаһы ярҙамында тәндең составын баһаларға мөмкинлек бирә. Фәнни тикшеренеүҙәр сиктәрендә йәш ғалимдар ике патент алған һәм юғары рейтинглы ғилми журналдарҙа мәҡәләләр сығарған да инде. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24545/